Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
7 Март 2023, 11:00

Беҙҙең урам – матур урам!

Ҡасандыр Ҡаңлы ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған Яныш ауылы халҡы матур байрамға йыйҙы. 

Беҙҙең урам – матур урам!
Беҙҙең урам – матур урам!

Благовар районы башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, 4 мартта Благовар районының Яныш ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә «Беҙҙең урам – матур урам» тип аталған ҙур йыйын үткән. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов та ҡатнашҡан. Шәхси сәхифәһендә ҡалдырған яҙмала ул тәьҫораттары менән бүлешкән.

“Ошо көндәрҙә "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә Благовар районының Яныш ауылында булырға насип итте. Ауыл бик үҙенсәлекле, урамдар буйлап ауыл тарихын тергеҙеү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡлы. Тарихи яҙманы Башҡорт урамынан (Башҡорт осо) башларға мөмкин. Ауылға нигеҙ һалғандарҙың нәҫел-нәсәбе Ҡаңлы ырыуы башҡорттарына барып тоташа. Был яҡтарға татар халҡы күсерелгәс, Баҙар урамы барлыҡҡа килгән, яңы мәсет төҙөлөү менән Мәсет урамы һәм башҡалар үҫеп сыҡҡан. Дөйөм алғанда, ауылдың структураһы тармаҡлы ағас кеүек, унда, ағас ҡулсаларындағы ише, урамдар буйынса тораҡ пункттың оло тарихын күрергә мөмкин. Конкурста ауыл халҡы урамдар менән таныштырҙы, концерт номерҙары ҡуйҙы, һый тулы өҫтәлдәре менән хайран итте, ҡул эштәрендә көс һынашты. Параллель рәүештә саңғы ярышы уҙҙы, унда төрлө дисциплиналар буйынса көс һынаштылар. Сара йомғаҡтары буйынса “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылды, унда ауылды айыҡ, сәләмәт тормошто үҙ иткән ауыл булараҡ үҫтереү перспективалары тикшерелде”, – тип яҙа Юлдаш Йосопов.

Ысынлап та, сара һәр яҡтан ҡыҙыҡлы булған: ауыл урамдары командалары көс һынашҡан. “Әҙерлек алдан башланғайны. Командалар исем, девиз, йыр уйланы; күргәҙмәгә аллы-гөллө балаҫтар, ҡул эштәре ҡуйылды. Һәр урам милли ризыҡтарҙан өҫтәл әҙерләне. Мул табындар янында самауырҙар ҡайнап ултырҙы.
Шиғри юлдар, йырҙар яңғырап торҙо. Артабан байрамға йыйылған ауыл халҡы спорт ярыштарында ҡатнашып, төрлө милли уйындарҙа күңел асты. Яныш ауылы килендәре лә ситтә ҡалманы, улар аш-һыу әҙерләүҙә оҫталыҡтарын күрһәтте, ә ир-аттар арҡан тартып көс һынашты. Тирмә эсендә урындағы оҫта ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул эштәренән торған күргәҙмә ойошторолдо, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Сара барышында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәребеҙҙе иҫкә алып, бер минут тынлыҡ иғлан ителде һәм билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскәләр һалынды. Йыйын аҙағында тәмле былау, үлән сәйҙәре менән һыйланды халыҡ.
Килгән һәр кем тәмле самауыр сәйен эсеп, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Байрам уйын-көлкө, йыр-бейеү менән бергә үрелеп барҙы", - тип яҙа благоварҙар.

Мәғлүм булыуынса, "Айыҡ ауыл" проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Фото: Благовар районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмө.

Беҙҙең урам – матур урам!
Беҙҙең урам – матур урам!
Беҙҙең урам – матур урам!
Беҙҙең урам – матур урам!
Беҙҙең урам – матур урам!
Беҙҙең урам – матур урам!
Беҙҙең урам – матур урам!
Беҙҙең урам – матур урам!
Беҙҙең урам – матур урам!
Беҙҙең урам – матур урам!
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: