Баймаҡ районының Түбә ауылында йәшәгән Рәйлә апай Мәҡсүтова ейәнсәре Азалия менән бик сауаплы эш башҡарған – ауылдағы балалар баҡсаһындағы ҡурсаҡтарға милли кейем теккәндәр.
– Киленем Розалия Түбә ауылының балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләй. Ул “Ҡәйнәм, ҡурсаҡтарҙың кейемдәрен яңыртып бирмәҫһегеҙме икән?” тип мөрәжәғәт иткәс, дәртләнеп эшкә тотондом. Был эшкә студент ейәнсәремде лә йәлеп иттем, ҡыҙ кешегә тегеү-бесеү эшен белеп үҫеүе һис тә зыян итмәҫ, етмәһә, бер ыңғайҙан, милли кейем өлгөләрен эшләү тәртибе менән танышты, – тип һөйләне Рәйлә апай.
Ҡул эштәренә маһирлығы атаһы менән әсәһенән килә. “Әсәйем Өмөниса тегенсе булды. Ололарға ла, балаларға ла оҫта итеп күлдәктәр, мәктәп формаһы тегә торғайны”, – ти Рәйлә ханым. Ул үҙе балалар баҡсаһында, балалар йортонда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, ә ҡул эштәре – күңел һалып башҡарған шөғөлө. Кейем тегеү менән бер рәттән, ҡорама ҡорауға ла оҫта Рәйлә апай.
“Ҡурсаҡтарға кейем тегеү – бик ваҡ, мәшәҡәтле эш. Бер ҡурсаҡты кейендереүгә, ике-өс ололар күлдәге тегерлек ваҡыт талап ителә. Шулай ҙа эшебеҙҙе яратып башҡарҙыҡ. Кескәйҙәр аллы-гөллө милли кейемле ҡурсаҡтарҙы уйнатып ҡыуанһын әйҙә!” – ти Түбә ағинәйе.
Әйткәндәй, Рәйлә Хәсән ҡыҙының тырышлығы менән 2019 йылда Түбә ауылында ағинәйҙәр ҡоро барлыҡҡа килгән. Был матур башланғысты тормошҡа ашырыуҙа шул осорҙағы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Гүзәл Ғәйнетдин ҡыҙы Баянова ла ихлас булышлыҡ күрһәтә. Артабан инде ошо вазифалағы Әлфирә Самат ҡыҙы Хәлитованың ҙур ярҙамын тойоп эшләп алып китәләр.
Төрлө милләт кешеләре йәшәгән ерлектә был хәрәкәтте башлап ебәреү еңелдән булмағандыр. Ҡасандыр гөрләп торған эшселәр ҡасабаһы булараҡ, республика һәм ил сәнәғәте үҫешенә тос өлөш индергән Түбәлә милли йолаларҙың һәм рухи тамырҙарҙың бер аҙ онотола төшөүе бер кемгә лә сер түгел. Шулай ҙа ауылдың рухлы ҡатын-ҡыҙҙары берләшеп, ошоғаса төрлө матур сараларҙа ҡатнашып, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индереп йәшәп килә. Мәҫәлән, ҡыҙ оҙатыу, киленгә һыу юлы башлатыу кеүек милли йолаларҙы күрһәтеүҙе урындағы халыҡ бик яратып ҡабул иткән. Ҡатын-ҡыҙҙар менән боронғо милли аяҡ кейеме – сарыҡ тегеүҙе үҙләштереп, башҡа ауылдарҙа оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәткәндәр. Әйткәндәй, Түбә ағинәйҙәре башҡа ауылдарҙағы әхирәттәре менән дә матур бәйләнеш булдырыуға өлгәшкән. Сарыҡ тегеү буйынса тәжрибәне өйрәнергә тип Буранбай, Беренсе Этҡол, Таулыҡай ағинәйҙәре килгән. Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы, тигәндәй, үҙҙәре лә балаҫ һуғыу, ашъяулыҡ тегеү кеүек шөғөлдәргә төшөнөү маҡсатында Сыңғыҙ һәм Таулыҡай ауылдарына барып ҡайтҡан. Районда үткәрелгән ҡорама конкурсында ҡатнашып, призлы урын да яулағандар.
“Сәләмәтлек йәһәтенән аҙыраҡ мәшәҡәттәр тыуыу сәбәпле, йәмәғәт эштәренән ситләшеп торам. Шулай ҙа Түбәлә ағинәйҙәр хәрәкәте тынып ҡалмаҫ, киләсәктә лә гөрләп эшләрбеҙ, тип ышанам”, – тине Рәйлә Хәсән ҡыҙы. Беҙ уға ныҡлы һаулыҡ, һәр йәһәттән уңыштар теләйбеҙ.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА