Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәгән Зөлфирә Һағынбаеваны ауылдаштары оҫта ҡуллы хужабикә булараҡ белә. Ҡулынан килмәгән эше юҡ уның: элек-электән бәйләмгә, тегеүгә оҫта булды. Бешеренеүгә лә маһир ул, ауылдаштарына ҡунаҡ-туйҙарға заказға ҡамыр ризыҡтары әҙерләй.
Элегерәк башлыса бәйләү, ҡорама ҡорау кеүек ҡул эштәре менән шөғөлләнеп, аллы-гөллө ептәрҙән ултырғыс ябыуҙары, төрлө сувенирҙар бәйләй, ҡорама ҡорау менән дә ихлас булыша. Үҙенең ижади эштәре менән төрлө сараларҙа, күргәҙмәләрҙә лә йыш ҡатнаша. Һуңғы бер нисә йылда Зөлфирә Рай ҡыҙы милли биҙәүестәр эшләү менән мауыға. Селтәр, ҡашмау кеүек биҙәүестәре күҙҙең яуын алырлыҡ килеп сыға. Был эшкә ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла теләп өйрәтә, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Үҙе ауылдың ағинәйҙәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Матур йырлаған еңгәбеҙ ауылда үткән концерттарҙа даими сығыш яһай. Былтырғы йылдың аҙағында Ғабдулла Сәиди призына үткәрелгән район мөнәжәтселәр бәйгеһендә икенсе урынды яуланы, ә Таулыҡай ауылының ағинәйҙәр ансамбле Гран-приға лайыҡ булды.
Зөлфирә Рай ҡыҙының ғаиләһе лә бына тигән, тормош иптәше Ғәйзулла Ғәниулла улы менән биш балаға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә бирҙеләр. Ҡыҙҙары Гөлзинә, Гөлфирә, улдары Фәйзулла һәм Ғәзинур тормошта үҙ урынын табып донъя көтә, балалар үҫтерә, кинйәкәүҙәре Гөлфинә – әлегә мәктәп уҡыусыһы. Бөгөн Зөлфирә һәм Ғәйзулла Һағынбаевтар ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы кисереп, татыулыҡта ғүмер итә. Тырыш ғаилә мал-тыуар аҫрап, уның да файҙаһын күрергә тырыша. Май, ҡаймаҡ, ҡорот, эремсек кеүек һөт ризыҡтары эшләп һатҡан аҡса ла иш янына ҡуш булып ҡала.
Зөлфирә Һағынбаеваның тағы бер матур шөғөлө – гөл-сәскәләр үҫтереү. Өйөндә гөлдәрҙең ниндәй генә төрө үҫмәй, ә йәйгеһен баҡсаһы шау сәскәгә күмелә. Бына шундай оҫтабикә йәшәй Таулыҡай ауылында!
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА