Йылайыр районының Юлдыбай ауылы уңғандары был юлы һарыҡ йөнөнән һырылған юрғанды нисек эшләү серҙәре менән уртаҡлаша.
Элек уңғандар тарафынан һарыҡ йөнөнән кейеҙ, балаҫ, юрғандарҙан тыш, хатта һарыҡ тиреһенән тегелгән толоп, тундар ҙа булған. Ә йылы, йомшаҡ быймалар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел!
Юлдыбай ағинәйҙәре һарыҡ йөнөнөң файҙаһы хаҡында ла әйтеп үтте. Мәҫәлән, сайырлы һарыҡ йөнөн быуындар һыҙлағанда, тире ауырыуҙарынан яфаланғанда бәйләгәндәр, ябынып та ятҡандар. Әйткәндәй, элек кейәүгә оҙатылған ҡыҙҙың бирнәһендә һарыҡ йөнөнән һуғылған балаҫ, баҡта йөнөнән һырылған юрған булыуы мотлаҡ һаналған. Заман башҡа — заң башҡа тип әйтергә күнекһәк тә, бөгөн дә күп кенә йәш килендәрҙең бирнәһендә һарыҡ йөнөнән эшләнгән ҡорама юрғандар осрап ҡуя. Тимәк, йола әле лә дауам итә, һарыҡ йөнө әле лә әүҙем файҙаланыла.
Видео: Зилә Боҫҡонова.
Фото: видеонан скриншот.