Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
13 Март 2023, 09:30

"Яҙмышым - атайсалда"

Урал аръяғының иң ҙур ауылдарының береһендә үҙенсәлекле байрам ойошторолған

"Яҙмышым - атайсалда"
"Яҙмышым - атайсалда"

Урал аръяғының иң ҙур ауылдарының береһе - Юлдыбайҙа Йәнтөйәккә файҙалы эштәр һәм Остаз йылына арналған "Яҙмышым - атайсалда" тип аталған байрам ойошторолған.

Баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар ауылдың иҫтәлекле урындары, арҙаҡлы шәхестәре менән танышты. Мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә флешмоб үткән, ағинәйҙәрҙең ҡул эштәренән күргәҙмәләр, ауыл биләмәһе ҡатнашҡан «Атайсал» һәм ППМИ проекттары макеттары һәм уларҙың һөҙөмтәләре менән тулыланды. Әйтергә кәрәк, был байтаҡ эштәр юлдыбайҙарҙың тырышлығы менән тормошҡа ашырылған.

Башҡортостанға бик күп билдәле шәхестәр бүләк иткән ауылдың үҙешмәкәр артистары әҙерләгән концерт программаһы сараға айырым сағыулыҡ өҫтәгән.

Наил Юнысов,  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы: “Йылайыр районының Юлдыбай ауылында "Атайсалда-яҙмышым" тип исемләнгән матур сарала ҡатнаштыҡ. "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған байрамда урындағы халыҡтың талантына алҡышлап, сәләмәт тормош алып барыу серҙәренә төшөнөп ҡайттыҡ.

1700-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ике мәсеттәре бар, халыҡ унда ихлас йөрөй. Мәктәп, мәҙәниәт усаҡтары гөрләй, шәп коллективтарының ижады менән таныштыҡ. Дүрт спорт төрө айырыуса үҫешкән. Өфө ҡунаҡтары Филүс Ҡасимов һәм Хәлил Рәхмәтуллин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар менән бергәләп ауыл тормошоноң гөрләп тороуын күреп шатландыҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған "Айыҡ ауыл" республика конкурсында Юлдыбай ауылы халҡының еңеүселәр баҫҡысында торорға тулы хоҡуғы барлығына инандыҡ”.

Фотолар: vk.com/hakmarkizi, vk.com/id241657125

 

"Яҙмышым - атайсалда"
"Яҙмышым - атайсалда"
"Яҙмышым - атайсалда"
"Яҙмышым - атайсалда"
"Яҙмышым - атайсалда"
"Яҙмышым - атайсалда"
"Яҙмышым - атайсалда"
"Яҙмышым - атайсалда"
"Яҙмышым - атайсалда"
"Яҙмышым - атайсалда"
"Яҙмышым - атайсалда"
"Яҙмышым - атайсалда"
"Яҙмышым - атайсалда"
"Яҙмышым - атайсалда"
"Яҙмышым - атайсалда"
"Яҙмышым - атайсалда"
"Яҙмышым - атайсалда"
"Яҙмышым - атайсалда"
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: