Бынан 25 йыл элек, 1998 йылдың 14 мартында, матур башҡорт ғаиләһе барлыҡҡа килгән – Гөлназ Ҡолһарина менән Зариф Байғусҡаров өйләнешкән. Дәүләт Думаһы депутаты был хаҡта социаль селтәрҙә яҙҙы.
“Теүәл 25 йыл элек, 1998 йылдың 14 мартында, беҙҙең туй көнөндә, әлегеләй көн салт аяҙ ине. Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалған саҡтағы сағыу ҡояшты һәм һалҡынды иҫләйем.
Хәҙер иһә балаларыбыҙ - ҡыҙыбыҙ Гәлсәр менән улыбыҙ Урал үҫте инде Ә Гөлназым 25 йыл элекке кеүек үк йәш һәм дәртле. “Тамыр” телеканлында эшләй, Башҡортостан балалары күңелендә туған телебеҙгә, йолаларыбыҙға һөйөү тәрбиәләй.
Гәлсәр һәм Урал өсөн, һәр саҡ үҙенә тартып торған йылы ғаилә усағы өсөн рәхмәт һиңә, Гөлназ.
Әле мин Мәскәүҙә эшләйем, ҡатынымды Башҡортостанға ҡайтҡас ҡотлаясаҡмын.
Киләсәктә лә ғаилә усағыбыҙ йылы булһын, дуҫтарыбыҙ, туғандарыбыҙ шуны тойоп, бергәләшеп татыу ғүмер итергә насип булһын!” – тип яҙған Зариф Закир улы.
Һоҡланғыс башҡорт ғаиләһен беҙ ҙә матур байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ошондай матур ғаиләләр күп булһын, һәр береһе бәхеткә төрөнөп йәшәһен.
Фото: vk.com/bayguskarov_z_z