Федоровка районының Юлдаш ауылы "Айыҡ ауыл" конкурсының муниципаль этабында еңеү яулап, ең һыҙғанып үҙҙәренең көсөн республика кимәлендә һынай.
Бөгөн ауылда ойошторолған саралар уларҙың айыҡ, сәләмәт, рухи яҡтан бай тормошҡа ынтылышын йәнә бер дәлилләне. Юлдаш ауылы һөнәрле кешеләре менән дә, йәмғиәтебеҙгә ҡот өҫтәүсе ағинәйҙәре менән дә, республика кимәлендә урындар яулаусы ансамблдәре, аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙары менән дә дан тота. Ауылда һөнәрлеләр байтаҡ. Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе фермер, быйма баҫыу оҫтаһы менән таныштыҡ. Юлдашта ҡот бөркөп торған мәсет эшләүе халыҡтың иманға ынтылышын күрһәтә.
Йәйәнән уҡ атыу буйынса ярыш төрлө район һәм ҡалаларҙан мәргәндәрҙе тупланы. Өлкәндәр һәм балалар араһында уҙғарылған ярыш иң оҫта уҡсыларҙы асыҡланы. Ағинәйҙәрҙең балаларға ҡорама ҡорау буйынса оҫталыҡ дәресен дә күрҙек. Байрам сараларынан тулы репортажды гәзиттә уҡырһығыҙ.
Автор фотолары.