Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
18 Март 2023, 14:30

Шәғәли Шаҡман вариҫтары айыҡ тормош яҡлы!

Бөгөн Әбйәлил районының Ишкилде ауылында "Беҙ - Шәғәли Шаҡман тоҡомдары" исемле ҙур күләмле сара үтә

Шәғәли Шаҡман вариҫтары айыҡ тормош яҡлы!
Шәғәли Шаҡман вариҫтары айыҡ тормош яҡлы!

Ишкилде ауылы – Әбйәлил районының иң матур ауылдарының береһе. Тәбиғәтенең хозурлығы ғына түгел, ә халҡының дәртле һәм сәмле булыуы менән дә айырылып тора ул. Юҡҡа ғынамы был ауыл кешеләрен халыҡ телендәге исеме буйынса “көрәктәр – дәртле йөрәктәр” тимәйҙәрҙер.

Ишкилде ауылы халҡы элек-электән үҙенең арҙаҡлы шәхестәре, бил бирмәҫ көрәшселәре, гер күтәреү батырҙары, саңғыла йүгереү буйынса чемпиондары, гармунсылары һәм ҡул оҫталары менән дан тота. Бөгөн Ишкилде ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә,"Беҙ - Шәғәли Шаҡман тоҡомдары" исемле ҙур күләмле сара бара. Тирә-яҡ гөрләп тора: кемдер саңғыла уҙыша, икенселәр уҡтан ата, "Ҡаратал" күпбәйгеһендә лә ҡатнашыусылар бихисап. Шулай уҡ оҫталар йыл символы булған Ҡуянды ағастан юнып ярыша, оҫта ҡуллы уңғандарҙың бай күргәҙмәһе лә күҙҙең яуын ала. Әбйәлилдәргә гена хас йыуаса әҙерләү буйынса "Йыуаса-фест" янында ла халыҡ күп.

Икенсе йыл рәттән район буйынса "Айыҡ ауыл" конкурсында еңеү яулаған Ишкилде ауылы быйыл да республика күләмендә район данын яҡлай. Бөгөнгө сарала Шәғәли Шаҡман вариҫтары ысынлап та сәләмәт һәм айыҡ тормошто пропагандалаған, халыҡты айыҡ йәшәүгә йәлеп иткән бик матур сараны юғары кимәлдә ойошторҙо. Байрамға Өфөнән мәртәбәле ҡунаҡтарҙың килеүе уның әһәмиәтен тағы ла арттырҙы. Дәртле һәм сәмле, уңған ауыл халҡына республика кимәлендәге конкурста еңеп сығыуҙы һәм артабан да шундай дәртле булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.

Автор фотолары.

Шәғәли Шаҡман вариҫтары айыҡ тормош яҡлы!
Шәғәли Шаҡман вариҫтары айыҡ тормош яҡлы!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: