Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
20 Март 2023, 16:00

"Артылыш" саҡыра!

Мәскәүҙә йәшәгән башҡорт йәштәре яҡташтарын көтә

"Артылыш" саҡыра!
"Артылыш" саҡыра!

Республиканан күп йәштәр Мәскәүгә яңы үрҙәргә өлгәшеү, файҙалы танышыуҙар табыу, яңы һөнәрҙә үҫешеү йәки Мәскәү юғары уҡыу йорттарында белем алыу өсөн килә. Башта Башҡортостан йәштәре кистәрен өҫтәл уйындары уйнап, гитараға йырҙар артында йыйылып аралаша. Артабан берләшмәнең әүҙем ағзалары системалы эш алып барырға ҡарар итә һәм үткәрелгән саралар даимилаша, ә ҡатнашыусылар һаны арта бара.

Үткән йылдың сентябрь айында Мәскәү ҡалаһында Башҡортостан Республикаһынан сыҡҡан йәштәр берләшмәһе -­ "Артылыш" барлыҡҡа килә. Был берләшмә ярҙамында йәштәр яңы таныштар таба, бергәләп ял итә һәм төбәктең дә, баш ҡаланың да йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Йәштәр берләшмәгә ярҙам һәм таяныс эҙләп килә. Берләшмә йәштәрҙең ҙур мегаполиста берлектәге мәҙәни, мәғариф, мәғрифәтселек һәм спорт ваҡиғаларын ойоштороу арҡаһында яраҡлашыуына булышлыҡ итә.

­ Беҙ яҡташтарыбыҙҙы, Башҡортостандан сыҡҡандарҙы йыябыҙ. Төп маҡсатыбыҙ ­ таныштырырға, йыйырға һәм берләштерергә. Сөнки башҡорт ҡайҙа булһа ла бер-береһен тартырға, ярҙам итергә тейеш. Әсә телебеҙҙе, үҙебеҙҙең йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм башҡа милли үҙенсәлектәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн ойошоу бик мөһим. Тағы ла йәш һәләтле артистарыбыҙҙы Рәсәй кимәленә сығарыу теләге менән янабыҙ. Гәлсәр Байғусҡарованың 7 апрель Мәскәүҙә үтәсәк концерты был башланғысыбыҙҙың береһе булып тора. Ғөмүмән, һәләтле яҡташтарыбыҙҙы артабан үҫтереүгә булышлыҡ итеү менән шөғөлләнәсәкбеҙ, ­ тип таныштырҙы “Артылыш” берләшмәһенең ойоштороусыларҙың береһе Байрас Байбулов.

Фотолар: vk.com/artylysh_msk

"Артылыш" саҡыра!
"Артылыш" саҡыра!
"Артылыш" саҡыра!
"Артылыш" саҡыра!
"Артылыш" саҡыра!
"Артылыш" саҡыра!
"Артылыш" саҡыра!
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: