Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
25 Март 2023, 18:00

Әжегәй менән ҡыштырҙаҡ нимә ул?

Һеҙҙең яҡта уларҙы әҙерләйҙәрме?

Әжегәй менән ҡыштырҙаҡ нимә ул?
Әжегәй менән ҡыштырҙаҡ нимә ул?

Яҙыусы һәм журналист Миләүшә Ҡаһарманова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә Ҡурған башҡорттарының аш-һыуҙары тураһында бик матур пост ҡуйған. Һәр яҡтың үҙ ризығы, үҙ атамаһы тигәндәй, аш-һыу исемдәренә иғтибар итегеҙ әле.

"Ҡурғандарҙа беҙҙең ҡыҙыл эремсеккә оҡшаған, әммә ҡыҙыл уҡ булмаған ризыҡ ӘЖЕГӘЙ, ҡош теле һымағырағы ҠЫШТЫРҘАҠ тип атала икән. Йылҡы бишбармағы тигәне, ҡаҙы һәм ит һурпаһында оҙонса итеп ҡырҡылған һалма бешерелеп, һөҙөп алып тәрән сеүәтәгә, ите ваҡ туралып һалма араһына, ҡаҙыһы ҡырҡылып өҫтөнә һалына. Бындай бишбармаҡты ла күргән юҡ ине", - тигән ул.

Әйткәндәй, һеҙҙең яҡтарҙа әжегәй менән ҡыштырҙаҡ бешерәләрме? Хәтеремдә, студент йылдарында Учалы районы ҡыҙҙары менән йәшәргә тура килгән ине. Уларҙың әжегәй тип һөйләүҙәре иҫемдә, әммә нимә икәнен белмәнем дә, һорамағанмын да. Тимәк, уларҙа ла әжегәй тип аталған ризыҡ бар. Һеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе көтәбеҙ, һеҙ Миләүшә Ҡаһарманова яҙған ризыҡтарҙы тәмләм ҡарағанығыҙ бармы? Ә мин юҡ...

Фото: Миләүшә Ҡаһарманова.

Әжегәй менән ҡыштырҙаҡ нимә ул?
Әжегәй менән ҡыштырҙаҡ нимә ул?
Әжегәй менән ҡыштырҙаҡ нимә ул?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: