Ҡалабыҙҙа уҙғарылған "Минең кесе ватаным – атайсал" төбәк муниципаль форумында бик күп ҡалаларҙан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Ошо йәһәттән Башҡортостан Республикаһының балалар өсөн сығарылған "Аҡбузат" журналы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу иң отошло аралашыу булғандыр.
Атайсалыбыҙҙың киләсәге өсөн барған рухиәтле форум барышында, әлбиттә, йәш быуын менән бергә ихлас һөйләшеү тәрбиәүи юлға һуҡмаҡ һалыу бит ул. Ҡалабыҙҙын 15-се "Гүзәл" балалар баҡсаһы менән бер ижади майҙансыҡ булдырырға, ваҡыт табырға мөмкинлек булдырған "Аҡбузат" журналының баш мөхәрире, билдәле шағирә, Салауат Юлаев ордены кавалеры Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллинаның эшмәкәрлеге ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ.
Күҙмә-күҙ ҡарашып йәнтөйәкте, телебеҙҙе, ер-һыуҙарыбыҙҙы мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың күңел донъяһын асып, сығыштарын ҙурлап, буләктәр менән баһалап китеүҙәре лә "Атайсал"ыбыҙҙың маҡсатлы балаларыбыҙ күңеле аша ижади офоҡтар булдырыуға тиң.
Балалар һәләттәрен, ошо ерлектә уҙғарылған йола-байрамдан күренештәр күрһәтеп, илһөйәрлек темаһына ҡағылышлы йырҙары, бейеүҙәре менән дә таныштырҙылар. 15-се "Гүзәл" балалар баҡсаһының элекке тәрбиәләнеүсеһе Самир Латыповтың байрам күстәнәстәре лә дәррәү ҡабул ителде. Сығарылыш төркөмөнөң тәрбиәләнеүселәре, балалар етәксеһе Алһыу Миҙхәт ҡыҙы Байсарова киләсәккә журнал алдырыу ойоштороласығын беренсе планға ҡуйыуҙы белдерҙе һәм был эштен даими утәләсәгенә ышандырҙы.
Ошо йәһәттән ҡаланың “Тирәккәй” 8-се балалар баҡсаһы ла үҙ биләмәләрендә билдәле журнал етәкселәре менән осрашыуға шат булды. Журнал хеҙмәткәре Айгөл Ғәбитованың шиғырҙары барыһына ла оҡшаны. Балалар менән ихлас әнгәмәләшеү фәһемле булды.
Шулай уҡ китапханабыҙҙа уҙғарылған йылы осрашыу ҙа иҫтәлекле шарттарҙа үтте. Мәғариф ветераны, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Роберт Шакир улы Собханғоловтың "Атайсалдың эҙен табайыҡ" тип аталған сығышы сараға йыйылыусыларҙы уйланырға мәжбүр итте.
Тәрбиәүи темаға сығыш яһаған хеҙмәт ветераны Тәнзилә Малабаева был сараға маҡсатлы өмөттәр ҡуйып, атайсалды һаҡлауҙа, изге ғәмәлдәр ҡылыуҙа киләһе быуынға ҙур ышаныс белдерҙе.
Мәҡәлә авторы: Рәзилә Ҡотлогилдина.
Фото: Рәзилә Ҡотлоғилдинаның шәхси архивынан.