Башҡорт донъяһы
18 Апрель 2023, 09:30

Диктант яҙыуҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ

20 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант ойошторола. Сара сәғәт нисәлә башлана? Диктант тексын кем уҡый, тура эфирҙы кем алып бара? Яуаптар - сайтта.

Диктант яҙыуҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙДиктант яҙыуҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ
Диктант яҙыуҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ

Хәбәр итеүебеҙсә, 2023 йылдың 20 апрелендә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант ойошторола. Акция Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә тел мәҙәниәтен арттырыу, башҡорт телен танытыу һәм популярлаштырыу өсөн уҙғарыла. Акцияның девизы: “Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы”.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм офлайн алымда ойошторола. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн Өфө фән һәм технологиялар университетында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында, Милли музейҙа һәм “Арт-Квадрат” арт-киңлегендә майҙансыҡтар ойошторола. Бөтә офлайн майҙансыҡтарҙың исемлеген ҡарарға һәм сайтта теркәлергә мөмкин.

Диктант тексын онлайн алымда Башҡортостандың Ректорҙар советы рәйесе, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов уҡыясаҡ. Диктанттың онлайн форматы БЮТ телеканалында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙа, “Бәйләнештә” һәм “Телеграм-канал”да була.

- Туған телде белеү кеше тормошонда ҙур роль уйнай, үҙ халҡының рухи ҡиммәттәренә яҡынайыу мөмкинлеген аса, - тип иҫәпләй Салауат Тәлғәт улы. - Бөйөк рус яҙыусыһы Михаил Александрович Шолохов “Тел - халыҡтың бөйөк байлығы”, тигән. Тел һәр беребеҙ тыуғанға тиклем булған, бар һәм беҙҙән һуң да йәшәйәсәк, һәр быуындың бурысы – ата-бабаларыбыҙ тыуҙырған телде киләсәк быуын өсөн һаҡлау, уны байытыу. Ошо йәһәттән диктант яҙыу туған телгә иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн үткәрелә.

Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала, диктантты онлайн йәки офлайн-форматта яҙыу вариантын һайларға мөмкин. Акцияның онлайн форматы 2020 йылда, бөтә донъя коронавирус инфекцияһы пандемияһын кисергән мәлдә барлыҡҡа килде.  Ошо йылдан башлап диктантты Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша трансляциялау матур йола булып ҡала. Дүртенсе йыл инде диктанттың тура эфирын алып барған Наил Юнысов быйыл да ошо изге эште атҡарасаҡ.

- Йыл һайын диктантты йөҙәр мең ҡатнашыусы яҙа, уларҙың күпселеге – беҙҙең телеканал тамашасылары. Акция барышында тура эфирҙы, социаль селтәрҙәге трансляцияны ҡарауҙарҙың артыуын күрәбеҙ, сөнки беҙҙе донъяның теләһә ҡайһы мөйөшөндә ҡарарға мөмкин. Шуға күрә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы төп мәғлүмәт партнеры булып тора һәм 20 апрелде түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, - тине Наил Тәлғәт улы.

20 апрелдә Өфө ваҡыты менән 11.00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә, телеграм-каналда дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай.

11.00 сәғәттән 11.25 сәғәткә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр диктант яҙа;

11.30 сәғәттән 12.00 сәғәткә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар акцияға ҡушыла;

12.05 сәғәттән 12.30 сәғәткә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыу ойошторола.

Диктантты өйҙә үҙаллы яҙыусылар, эште тамамлағас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға Bashdiktant2023@mail.ru йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 23 апрелдең 23:59 сәғәтенә тиклем ебәрергә тейеш.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас