Хәбәр итеүебеҙсә, 26-28 майҙа Өфөлә “Китап-байрам” халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк. Был сараның үҙенсәлектәре, уның ни өсөн тап беҙҙә уҙасағы хаҡында блогер Ильяс Батыргәрәев һөйләне.
Ул Өфө буйлап экскурсия үткәреп, тарихи урындарҙы ла күрһәтте, байрамда мотлаҡ ҡатнашырға саҡырҙы.
Фестиваль Совет майҙанында, шулай уҡ Совет, Пушкин урамдары эргәһендәге биләмәләрҙә үтә. Был урындарҙа сатырҙар, ваҡиғалар майҙансыҡтары, лекторий зоналары булдырыласаҡ. Программаны көн һайын “Мөһим нәмәләр тураһында һөйләшеүҙәр” форматында китап авторҙары, ҡунаҡтар менән осрашыу асасаҡ.
Ильяс Батыргәрәевтең яҙмаһында тулыраҡ мәғлүмәт менән танышығыҙ: https://t.me/bashkortostangazeta/5156
Фото: видеонан скриншот.