

Йылайыр районының Сәләх ауылы "Айыҡ ауыл” конкурсында ике йыл рәттән ҡатнашып, былтыр еңеү яулағайны.
һөҙөмтәлә улар өс миллион һум аҡсаға ауыл уртаһында “Дуҫлыҡ” паркы булдырҙы. Унда Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайта алмаған ауылдаштары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискты яңыртҡандар, мәҙәниәт йорто алдында йәйге сәхнә эшләгәндәр, спорт инвентарҙары, бәүелсәкле беседкалар урынлаштырғандар.
Бөгөн Сәләх ауылы халҡы парк асыу тантанаһы уҙғарҙы. Уларҙың шатлығын уртаҡлашырға күп яҡтарҙан килделәр.
Сығанаҡ: ataysalgazeta, hakmarkizi