Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
21 Май 2023, 23:00

“Балаларыбыҙ – байлығыбыҙ, ейәндәребеҙ – ғорурлығыбыҙ!”

"Егерме йәшем тулған көндә Сәлишевтар ғаиләһенең йорт тупһаһы аша ҡыйыуһыҙ ғына үтеүемә утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үткән..."

“Балаларыбыҙ – байлығыбыҙ, ейәндәребеҙ – ғорурлығыбыҙ!”
“Балаларыбыҙ – байлығыбыҙ, ейәндәребеҙ – ғорурлығыбыҙ!”

Өс ул үҫтереп, ике ейәненә олатай һәм өләсәй булған Сәлишевтар ғаиләһе хаҡында бары йылы һүҙҙәр генә әйтергә мөмкин, тип яҙа “Стәрлебаш шишмәләре”. Бер-береһен бала саҡтан белеп, бер мәктәптә уҡып, бер клубҡа йөрөгән үҫмерҙәрҙең дуҫлығы артабан ҙур мөхәббәткә әүерелә. Фәнирә хәрби хеҙмәткә алынған Рәмилде көтөп ала.

– Егерме йәшем тулған көндә Сәлишевтар ғаиләһенең йорт тупһаһы аша үтеп, бер айҙан  Рәмил менән өйләнештек, – тип хәтергә ала йәшлек йылдарын Фәнирә. – Туғандарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ шатлығыбыҙҙы уртаҡлашты, бәхет, мөхәббәт теләне. Уларҙың теләге тормошҡа ашты. Артур һәм Рузил  улдарыбыҙ бер аҙ үҫә төшкәс, ғаиләбеҙҙе ҡыҙ бала йәмләүен теләнек. Һөйөүебеҙҙең өс балаға етәсәгенә ышандыҡ. Тағы бер улыбыҙ Айназ  донъяға килгәс, шатлығыбыҙҙың иге-сиге булманы. Ағалары ҡустыларын хәстәрләп, ярҙам итеп кенә тора, үҙ-ара  дуҫтар.

Сәлишевтарҙың үҙ ҡулдары менән төҙөгән йорттары бик йәмле. Ҡапҡаны асып инеү менән гөл-сәскә эсенә сумаһың, роза һәм пиондар күҙҙәрҙе иркәләй. Ҡайҙа ҡараһаң да – тәртип, бөхтәлек. Йорт хужаһы Рәмил Рамазан улы слесарь-газовик булып эшләй, кәрәк саҡта трактор артына ла ултыра, сәсеү һәм ураҡ мәлендә фермерҙарға ярҙам итә.

– Ул  – миңә ҙур таяныс, балаларым – байлығым, ейәндәрем – ғорурлығым, – тип әйтергә ярата Фәнирә Ғәфүр ҡыҙы. – Хужалығыбыҙ ҙур, мал тотабыҙ, һөт аҙыҡтарын, ит һатабыҙ. Балаларыбыҙ беҙҙе ял иттереп тә ала. Ижевскиҙа булып ҡайттыҡ,  былтыр йәй Әбйәлил яҡтарында булып, тәбиғәт матурлыҡтары менән һоҡландыҡ, сәләмәтлегебеҙҙе нығыттыҡ.

Сәлишевтар утыҙ йыл бергә  татыулыҡта донъя көтә. Ошо ваҡыт эсендә ғаилә тағы ла нығый төштө. Улар балалары өсөн генә түгел, ейәндәре өсөн дә яҡшы өлгө.

Фаягөл Йосопова фотолары.

 

“Балаларыбыҙ – байлығыбыҙ, ейәндәребеҙ – ғорурлығыбыҙ!”
“Балаларыбыҙ – байлығыбыҙ, ейәндәребеҙ – ғорурлығыбыҙ!”
“Балаларыбыҙ – байлығыбыҙ, ейәндәребеҙ – ғорурлығыбыҙ!”
“Балаларыбыҙ – байлығыбыҙ, ейәндәребеҙ – ғорурлығыбыҙ!”
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас