Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
29 Май 2023, 12:20

Аты өҫтөнән алып ташлаған һыбайлының хәле нисек?

Әбйәлил районында үткән һабантуйҙа "Ылаҡ" милли уйыны ваҡытында бер ат өҫтөндәге егетте ергә атып бәргәйне. Күптәрҙе уның хәле ҡыҙыҡһындыра.

Аты өҫтөнән алып ташлаған һыбайлының хәле нисек?
Аты өҫтөнән алып ташлаған һыбайлының хәле нисек?

27 майҙа Әбйәлил районының Асҡар ауылында һабантуй үтте. Бер көн алда һайлап алыу туры булып, шәмбелә ике команда көс һынашырға сыға. Бер мәл аттар сығынлай башлай, бер һыбайлы ҡолап ҡала. Ә икенсеһенең аяғы өҙәңгегә эләгеп, ярһыған ат артынан бер аяғы менән һөйрәлеп бара. Ат ырғый-ырғый саба, тибенеп-тибенеп ала. Тамаша ҡылған халыҡтың ҡото оса. Ярай әле уйынсылар атты ҡамап, туҡтата ала...

Был хәлдең видеояҙмаһын күргән кешеләрҙең башында бер генә уй: егет нисек, ныҡ йәрәхәтләнмәгәнме, иҫәнме?

Тынысландырабыҙ: иҫән-иҫән. Асҡар ауылынан булған уйынсы еңелсә генә имгәнә. Бына был ярыштың шаһиты булған кеше ни һөйләй:

"Мин бөгөн тап ошо ярышты ҡарарға барҙым,"Ылаҡ" тигән. Кисә дүртрайон араһында һайлап алыу туры булды. Баймаҡтар һәм әбйәлилдәр еңеп, бөгөн ярыштылар. Беҙҙең Дим йәшел-аҡ-йәшел бейсболкала, ә теге егет - Димдәрҙең командаһындағы Илдар исемле Асҡар егете.

Мин өҫтән, балконда ҡарап тора инем. Ҡолаған кеше Дим икән тип, илай-илай баҫыуға йүгереп барһам, Дим ат өҫтөндә. Алай ҙа, ат типһә лә, тояғы егеткә теймәгән. Ул ҙур итек кейгән булған, шул өҙәңгегә эләгеп, ысҡына алмай, ергә ҡаҡлығып тик йөрөй, бахыр. Ярай ҙа ныҡ йәрәхәтләнмәгән, арҡаһы һыҙырылған ине. Ул башҡаса ярышта ҡатнашманы, судья булып ултырҙы.

Ныҡ ҡурҡыныс булды. Хоҙай араланы ул егетте".

Һаулыҡ, именлек теләйбеҙ!

Фото: "Подслушано Аскарово и Абзелиловский район" вк-төркөмө.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: