

Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙ кәсептәренә, инәй-өләсәйҙәребеҙҙең шөғөлөнә иғтибар артты. Аҫалы балаҫ, кейеҙ һуғыу, селтәр, милли кейем һәм биҙәүестәр, ҡорама оҫталарын һәр төбәктә осратырға мөмкин. Улар буйынса районда һәм республикала оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар үтә, төрлө марафондар ойошторола. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡул эштәренә маһир ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәренең эштәрен һатыуға ла сығара. Шундай оҫтабикәләрҙең береһе Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәй.
Хәйбулла районында йыл һайын Әсмә Усманова иҫтәлегенә “Гәләбәш түңе буйында” тип аталған милли кейем байрамы үтә. Ул йырсы, сәсәниә, һәүәҫкәр фольклорсы һәм этнограф, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе, “Ҡош юлы” халыҡ фольклор ансамбленең ойоштороусыһы һәм етәксеһе була. Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы – республикала башҡорт милли кейемен өйрәнгән, уларҙы реконструкциялаған һәм халыҡ араһында популярлаштырған шәхестәрҙең береһе лә. Шуға күрә йыл һайын район мәҙәниәт бүлеге уның иҫтәлегенә милли кейем конкурсы үткәрә.
Былтыр ошо конкурста еңеп, Гран-при яулаған Нәфиә Ҡәйепова Мәмбәт ауылында йәшәй. Хәйбулла тарафтарына юл төшкәс, оҫта ҡуллы ханымды шәхсән күреп, эштәре менән танышырға булдыҡ.
Тәҙрә төптәрендә гөлдәре шау сәскәгә күмелгән, күҙ нурҙарын түгеп, төн йоҡоларын ҡалдырып эшләгән әйберҙәре күҙҙең яуын алып торған йортҡа барып инеү менән бар донъя ниндәйҙер бер илаһи нурға ҡойонғандай тойолдо. Мең төҫтәрҙә балҡыған милли биҙәүестәр, селтәр-ҡашмау, хәситә, һаҡал, алмиҙеүҙәр, сарыҡ, башҡорт халҡының етен туҡыманан милли кейемдәре, “пицца” техникаһы менән тегелгән сағыу сумкалар, сигеүле әйберҙәр, бәйләнгән төрлө ултырғыс, диван япмалары – барыһы ла Нәфиә Шәйәхмәт ҡыҙының алтын ҡулдары менән яһалған.
Иләс ауылында тыуып үҫкән Нәфиә Ҡәйепова бала саҡтан матурлыҡты ярата. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ һөнәрселек училищеһында тегенсегә уҡый. Хеҙмәт юлын данлыҡлы Ишембай трикотаж фабрикаһында башлай, артабан халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендә эшләй.
1989 йылда Мәмбәт ауылы егете Ринат Мәһәҙей улына кейәүгә сыға, йәштәр ауылда төпләнә. Өс бала үҫтерәләр, әле Әмилә исемле ейәнсәргә һәм Данияр атлы ейәнгә хәстәрлекле өләсәй һәм олатай улар. Күңел ҡушыуы буйынса Нәфиә Шәйәхмәт ҡыҙы тәүҙә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәрен эшләргә тотона, артабан Гөлсөм Хөсәйенованың “Хан ҡыҙы” марафонында ҡатнашып (һигеҙ тапҡыр), хәситә, һарауыс, алмиҙеү яһарға өйрәнә.
Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тигәндәй, геройым көндән-көн яңылыҡҡа ынтыла, төрлө йүнәлештә эшләп ҡарарға тырыша. Аҡрынлап башҡорт халҡының милли кейемдәрен тергеҙеүгә тотона. Был юлы оҫтаға төрлө марафондарҙа ҡатнашыу ҙур ярҙам итә. Мәҫәлән, Учалы районынан Азат Ғариповтан – сарыҡ, Фәнүзә Аллағолованан – ҡашмау, Азалия Ғәниуллинанан төрлө туҡыма һайлау серҙәренә Айгөл Сәйфуллинанан түбәтәйҙәр эшләргә өйрәнә.
– Һуңғы йылдарҙа милли кейем тегеү менән шөғөлләнәм. Интернет селтәренән, С. Шитова, С. Руденко, А. Камалиеваның китаптарын уҡып сыҡтым, уларҙан күп нәмәгә өйрәндем. Тегер алдынан тәүҙә кейемдең һыҙмаһын төшөрәм, тегенсе һөнәрем был тәңгәлдә бик тә ярап ҡалды. Районда милли кейемдәрҙе тергеҙеү маҡсатында ”Ҡәҙриә” исемле клуб барлыҡҡа килде, унда ҡатнашыусылар бер-береһенә кәңәш бирә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, сығыш та яһай. Былтыр Милли кейем конкурсында Гран-при яулауым ҡанатландырып ебәрҙе, дәртләнеп ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәр, балалар өсөн милли кейемдәр тектем, улар менән күп кенә күргәҙмәләрҙә ҡатнашып өлгөрҙөм. Бигерәк тә халҡыбыҙҙың боронғо милли кейемдәрен тергеҙеү буйынса маҡсатлы эш алып барам, – ти Нәфиә Шәйәхмәт ҡыҙы.
Үҫәргән ҡыҙы булараҡ, Үҫәргән ырыуына ғына хас ҡашмау, селтәр, милли күлдәктәр теккән, уларҙы төрлө сараларҙа рәхәтләнеп кейеп тә йөрөй ул.
Әйткәндәй, ҡатынының был шөғөлөндә ире лә ярҙам итә. Улы менән тәңкәләр тишеп бирә, әле тула һуғыу станогы эшләй. Станок ярҙамында Мәмбәттең оҫта ҡуллы килене тула туҡыманан боронғоса бишмәт тегергә хыяллана.
Билдәле этнограф Сергей Руденко үҙенең яҙмаларында: “Төрки халыҡ кейемдәре араһында иң бай фантазиялы, иң төрлө һәм иң мәғәнәлеһе – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме”, тип яҙып ҡалдырған. Тимәк, бөгөн дә халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен тергеҙеү йәһәтенән Нәфиә Ҡәйепова кеүек оҫталарыбыҙ бар икән, тимәк, белгәндәребеҙ киләсәк быуынға ла барып етер, йәштәребеҙ ҙә халҡыбыҙҙың милли кейемдәренә, биҙәүестәренә һәм, ғөмүмән, милләт тарихына һәм мәҙәниәтенә иғтибарлыраҡ булыр тигән ышаныс бар.
- Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы