Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
3 Июнь 2023, 17:00

Сәмәрҡәнд башҡорттары тыуған ерен онотмай, үҙ тарихы менән ҡыҙыҡһына

Урал Килсенбаевтың Үзбәкстанға эш сәфәре дауам итә. Бөгөн рәсми делегация - Сәмәрҡәндтә. 

Сәмәрҡәнд башҡорттары тыуған ерен онотмай, үҙ тарихы менән ҡыҙыҡһына
Сәмәрҡәнд башҡорттары тыуған ерен онотмай, үҙ тарихы менән ҡыҙыҡһына

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы рәсми делегацияһының Үзбәкстанға эш сәфәре дауам итә. Кисә улар Бохара ҡалаһында Башҡорт-татар милли-мәҙәни үҙәгендә булды, бөгөн яҡташтар менән осрашыу Сәмәрҡәнд ҡалаһында үтте.

Сәмәрҡәнд өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара. Улар урындағы милли-мәҙәни ойошмалар эшмәкәрлегендә мөһим урын алып тора. 

– Быйыл беҙҙең үҙәккә 30 йыл тула. Төп эшебеҙ – телебеҙҙе, мәҙәниәтте, тарихты һаҡлау. Бының өсөн төрлө саралар үткәреп торабыҙ. Салауат Юлаев, Мостай Кәрим, Муса Гәрәев һәм башҡа бик күп арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың юбилейҙарын билдәләйбеҙ. Йыл һайын һабантуйҙарҙар ойошторабыҙ. Башҡортостандан артистар, яҙыусылар, шағирҙар килһә, осрашыуҙар ойошторабыҙ. Былтыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың килеүе беҙҙең эшмәкәрлеккә мәртәбә өҫтәне, эшебеҙгә йән өрөп китте, – тине Сәмәрҡәнд башҡорттары. - Үзбәкстан - күп милләтле ил. Беҙ үҙ халҡыбыҙҙы тиңдәр араһында тиң  итеп күрһәтәбеҙ. Беҙҙе беләләр, таныйҙар.

Ошо йүнәлештә эшмәкәрлекте дауам итеү өсөн, әлбиттә, Башҡортостандан методик ярҙам кәрәк. Ойошмаға яңы сыҡҡан башҡортса китаптар, милли музыка уйын ҡоралдарын, милли костюмдарҙы яңыртыу талап ителә.

 Урал Килсенбаев был мәсьәләләрҙең барыһы ла хәл ителер тине.

– Ташкентҡа эш сәфәре менән барырға булғас, юлға бер нисә көнгә алдараҡ сыҡтыҡ. Бохара, Сәмәрҡәнд башҡорттарының нисек йәшәүҙәрен күрге килде. Былтыр һеҙгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде, ысынлап та, эштәрҙе ҡуҙғатып ебәрҙе. Хәҙер бында тура самолеттар оса башланы, ул туристар һанын арттырыуға булышлыҡ итә шул уҡ ваҡытта һеҙҙең менән беҙҙең аралағы бәйләнештәрҙе йәнләндереп ебәрер.Талап ителгән әйберҙәрҙе мотлаҡ килтерербеҙ. Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ, яҙыусылар, шағирәләр, артистарҙы ла ебәрербеҙ, – тине ул.

Осрашыуға аҡһаҡалдар, әүҙем йәмәғәтселәр килде. Улар араһында сығышы менән Көйөргәҙе районынан булған Люциә Ғөбәйҙуллина ла бар ине.

– 1966 йылдан Сәмәрҡәндтә йәшәйем, башҡорт милли үҙәктәрен ойошторған саҡта әүҙем ҡатнаштым. Башҡортостан ҡунаҡтары менән осрашыу һәр ваҡыт бик ҙур шатлыҡ, ҡайтып килгәндәй булдым, тыуған телемдә иркенләп һөйләшеү ҡыуанысы кисерҙем. Бөгөнгө осрашыу ҙур һөҙөмтә бирер тип көтәбеҙ. Беҙгә милли кейемдәр, китаптар кәрәк. Сараларҙа беҙгә кейемгә ҡарап баһа бирәләр, милләттәштәребеҙ кейемебеҙгә ҡарап таный бит. Рәхмәт, Башҡортостан иғтибарынан өҙмәй, Радий Хәбиров үҙе килде, делегаттар, концерттар килеп тора. Беҙ бик шатбыҙ, -тине ул.

Урындағы милләттәштәребеҙ үҙҙәренең тарихы, ата-бабалары тураһында күберәк белергә теләүен әйтте. Урал Килсенбаев шунда уҡ уларҙы “Башархив” сайты менән таныштырҙы, ҡайҙа йәшәүгә ҡарамаҫтан, үҙ шәжәрәңде өйрәнеү өсөн уңайлы ресурс мөмкинлектәре тураһында һөйләне.  Яҡташтар был сайтҡа ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.

Артабан рәсми делегация Сәмәрҡәнд дәүләт музей-ҡурсаулығында булды,  Үзбәкстандың ҙур һәм боронғо музейы генераль директоры Хужаҡол Мөхәмәҙиев менән осрашты. Был музей фондында Үзбәкстан тарихы һәм мәҙәниәтенең бик бай боронғо һәм урта быуат экспонаттары тупланған. Әйтеп үтергә кәрәк, 1874 йылда Үҙәк Азия биләмәһендә беренсе һәм берҙән-бер музей тап Сәмәрҡәндтә асылған. Бында 250 меңдән ашыу тарихи ҡомартҡы һаҡлана. Улар ярҙамында Үзбәкстан халыҡтарының мәҙәни тарихы менән боронғо ваҡыттан хәҙерге көнгә тиклем танышырға мөмкин. 

Урал Килсенбаев музейҙы ҡарап сыҡты һәм Хужаҡол Мөхәмәҙиев менән хеҙмәттәшлек, Өфөлә күргәҙмә ойоштороу тураһында фекер алышты.

Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға эш сәфәре дауам итә. Иртәгә, 4 июндә, Ташкентта Һабантуй байрамы үтәсәк.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: