

4 июндә Ташкент ҡалаһының үҙәк паркында башҡорт-татар һабантуйы үтте. Халыҡты байрам менән Үзбәкстан Министрҙары кабинеты ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм сит илдәр менән дуҫлыҡ бәйләнештәре буйынса комитет рәйесе Рөстәмбек Ҡорбанов, Рәсәй Федерацияһының Үзбәкстандағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Олег Мальгинов, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, шулай уҡ Татарстан Рәйесе хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Илнур Ғарипов ҡотланы.
Урал Килсенбаев һабантуйҙа ҡатнашҡан ватандаштарына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе, уларға яҡшы байрам кәйефе теләне.
“Үзбәкстан менән Башҡортостанды мәҙәни, ҡеүәтле үҫешеүсе иҡтисади бәйләнештәр генә түгел, беҙҙең тағы ла бер уртаҡ тарихыбыҙ бәйләй. Төрки рухыбыҙға тыныс һәм татыу йәшәргә мөмкинлек биргән тарих. Һәм, әлбиттә, йолаларыңды белеү. Бөгөнгө байрам – тарихыбыҙҙы, телебеҙҙе ҡәҙерләүебеҙгә һәм яратыуыбыҙға дәлил, – тине Урал Килсенбаев. – Татар-башҡорт мәҙәни үҙәктәре әүҙем эшләгән Үзбәкстан, Ташкент, Сәмәрҡәнд, Бохара етәкселектәренә оло рәхмәтемде еткерергә теләйем. Улар ватандаштарыбыҙға телде, йолаларҙы һаҡларға, тарихты һәм тамырҙарыбыҙҙы онотмаҫҡа мөмкинлек бирә. Беҙҙең мәҙәни үҙәктәр бер нисә йыл рәттән дәүләттән субсидия ала. Был бик яҡшы. Бөгөн Үзбәкстан Республикаһының үҫешен күрәбеҙ. Ә милләт-ара татыулыҡһыҙ, халыҡтар дуҫлығынан тыш үҫешеп булмай. Беҙ быларҙың барыһын да бик яҡшы аңлайбыҙ”.
Үҙенең сығышынан һуң ул Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Шулай, туған телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә, милләт-ара дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш индергән өсөн Йоносабат районының “Дуҫлыҡ” мәҙәни үҙәге етәксеһе, башҡорт мәҙәни-йәмәғәт үҙәге советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Ғәләүитдин Сәфәрғәлиевкә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме бирелде. Ошондай уҡ исемгә уның коллегаһы Фина Нәбиева лайыҡ булды.
Ташкент өлкәһенең “Яңы юл” татар-башҡорт үҙәге рәйесе Әнисә Ғатауллина Үзбәкстан Республикаһы башҡорт диаспораһы эшмәкәрлегенә һәм башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыуға шәхси өлөш индергәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде.
Ташкент һабантуйы ҡунаҡтары өсөн Үзбәкстан, Башҡортостан һәм Татарстандың сәнғәт оҫталары, Ташкенттың үҙешмәкәр ансамблдәре һәм ижтимағи-мәҙәни үҙәк башҡарыусылары ҡатнашлығында ҙур концерт программаһы әҙерләнде.
Тамашасыларға Башҡортостандан ҡунаҡтар – “Бишбармаҡ” оркестры, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллин сағыу тәьҫораттар бүләк итте.
Паркта шулай уҡ традицион милли уйындар һәм ярыштар уҙҙы. Ә Башҡортостан белгестәре уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: көндөң эҫе булыуына ҡарамаҫтан, һабантуйға бик күп кеше килгән ине.
Ошо уҡ көндө Бохарала ла һабантуй үтте. Бынан алда Башҡортостан делегацияһының Бохараға сәфәре барышында милләттәштәребеҙ артистарҙың береһен уларҙың һабантуйына килеүен һорағайны. Урал Килсенбаев был мәсьәләне хәл итте. Башҡортостан артистарының ижади составынан Бохаралағы һабантуйға Тимур Рамаҙанов барҙы, ул үҙенең сығышы менән урындағы халыҡты ҡыуандырҙы.
Фото: "Башинформ".