

ХЕҘМӘТ ТУЙЫ – ҺАБАНТУЙ
Һабантуй – башҡорттарҙың боронғо байрамы. «Ҡарға бутҡаһы»нан һуң яҙғы сәсеү эштәре менән малға бесән әҙерләу араһында үткәрелә. Ғәҙәттә байрамды бер нисә ауыл берләшеп үткәрә. Һабантуй алдынан малайҙар һебә йыя. Һебә йыйыу - ауылда өй беренсә йөрөп һабантуйға бүләк йыйыу. Һебә йыйыусыларға хужалар таҫтамал, яулыҡ, аҙыҡ-түлек биреп сығара.
Мәсетле районының Яңы Мишәр ауыл биләмәһендә һабантуйға әҙерлек башланған. Һабантуй үткәреләсәк яланды сүп-сарҙан таҙартҡандар, төҙәтеү эштәре алып барыла. Һабантуй бүләктәре – һебә йыйыу үҙе бер байрамға әүерелгән. "Быйыл да, иң тәүгеләрҙән булып Ясин ауылы халҡы был эште атҡарып сыҡты. Афарин! Байрамдар мөбәрәк булһын! Әйткәндәй, барығыҙҙы ла һабантуйҙа көтөп ҡалабыҙ ауылдаштар, ҡунаҡтар!" – тип яҙа Эльвира Латипова.
Һабантуй байрамына
Күп тә ҡалманы бына,
Байрамға бүләктәрен
Әҙерләйбеҙ бергәләп.
Килендәр бирә таҫтамал,
Апайҙарҙан ҙур яулыҡ,
Өләсәйҙәр һандыҡ төбөнән
Алып бирә ҡушъяулыҡ...
Көрәш батырҙарына,
Йәлләмәйбеҙ йомортҡа,
Ике, өс йомортҡаны
Һалып ебәр һауытҡа.
Эй рәхмәт кенә яуғырҙар,
Бүләк менән көтөрҙәр,
Хәҙер, бүләк йыйыусылар
Һеҙгә барып етерҙәр.
Ошондай шиғри юлдары менән Дыуан-мәсетлеләр Һабантуй байрамына ауыл халҡынан бүләктәр йыйып сыҡҡан. Был күңелле эштә балалар ихлас ҡатнашҡан.
“Һәр йорттан буш сығарманылар: "Мәргәндәргә, батырҙарға
Эләкһен беҙҙең бүләк.
Һөнәр күрһәтһен һөнәрле,
Беҙҙән һеҙгә шул бүләк" – тип ихлас күңелдән теләктәрен белдерҙеләр. Рәхмәт барығыҙға ла, иҫән-һау булайыҡ, донъялар имен булһын, байрамдар үтеп торһон!” – тип матур боронғо “Һебә йыйыу” йолаһын башҡарған мәсетлеләр. Дуҫтар, ә һеҙҙең яҡта был матур йола һаҡланғанмы?
Сығанаҡ: vk.com/public137668565, vk.com/club20916055