

Ял көндәре ваҡиғаларға бай булды. Уларҙың береһе Белорет районының Ҡаһарман ауылында “Атайсалда – Тамъян ҡыҙҙары” байрамы үтте.
Сараны Ҡаһарман ауылы ҡыҙы – Белорет ҡалаһының 20-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Зәйнәп Собханғолова (Шәрипова) ойошторҙо.
Байрамдың төп бағыусылары – ауылда тыуып үҫкән һәм төпләнгән, шулай уҡ ситтә йәшәгән Ҡаһармандан сыҡҡан гүзәл заттар һәм ярҙамсыл эшҡыуарҙар.
Тәүҙә барлыҡ ҡунаҡтар Тамъян ырыуы башлығы, тархан Шәғәле Шаҡмандың ҡәберен янында йыйылып, аят тыңланы. Унда Тамъяндар ырыуы аҡһаҡалы Мөхәмәт Түлебаев, Исмәғил ахун, “Арғымаҡ” төркөмө етәксеһе Ринат Рамазанов, ауыл муллаһы Рәүеф Сәфәрғәлин бөйөк шәхескә аяттар бағышланы. Шәхси эшҡыуар, һөнәре буйынса тарихсы Самат Мусин башҡорт кенәзенең башҡорттарҙың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуында тотҡан мөһим роле тураһында һөйләне. Һигеҙ йәшлек Тамъян Мусин иһә быуындар бәйләнеше сағылышын күрһәтеп, барлыҡ ҡунаҡтарҙы тәбрикләне.
Артабан барлыҡ ҡунаҡтар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир ауылдаштары обелискыһы эргәһенә йыйылды. Унда ауыл китапханасыһы Гөлнара Солтанова, Зәйнәб Собханғолова тыуған илебеҙҙе яҡлаған ауылдаштарҙы иҫкә алып, сығыш яһанылар. “Арғымаҡ” төркөмө етәксеһе Ринат Рамазанов ҡурайҙа “Уралым” көйөн уйнап ишеттерҙе.
Ҡорбан ашы ойошторолдо. Зәйнәб Собханғолова ғаиләһе - Шәғәле Шаҡман рухына ҡорбанды бағышланы, икенсе ҡорбанды ауылдашыбыҙ, ветеран уҡытыусы Тимерхан Ҡорманай улы Мөхмәтдинов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙҙың, барлыҡ ир-егеттәрҙең иҫән-һау йөрөүҙәренә бағышланы. Ауылдың уңған ҡыҙҙары, килендәре табын ашын ойошторҙо.
Шулай уҡ Ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә оҫта ҡулдар күргәҙмәһе ойошторолдо. Ҡаһарман мәктәбе уҡыусылары ла байрамдан ситтә ҡалманы, йырлы-моңло сығыштары менән ҡыуандырҙы. Байрамдың рәсми өлөшө ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Ҡыҙҙар исеменән ауылдың барлыҡ социаль учреждениеларына бүләктәр тапшырылды. Сарала Шығай ауылынан Тамъян ырыуы ҡатын-ҡыҙҙары ла ҡатнашты, сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы.
Байрам тураһында тулы мәҡәлә "Башҡортостан" гәзитендә донъя күрәсәк.
Автор фотолары.