Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
7 Июнь 2023, 11:00

Рәсәй рекорды ҡуйылыуы ихтимал

Рекордты теркәү өсөн Хәйбуллаға Рәсәйҙең Рекордтар китабынан эксперт киләсәк

Рәсәй рекорды ҡуйылыуы ихтимал
Рәсәй рекорды ҡуйылыуы ихтимал

Был аҙнала Хәйбулла районында ла һабантуй үтәсәк. Уның сиктәрендә республикала тәүге тапҡыр "Ҡорот байрамы" этно-фестивале үтә. Райондың һәр ауыл биләмәһе конкурс сиктәрендә башҡорттарҙың  милли ризыҡтарының береһе булған ҡорот күргәҙмәһен әҙерләйәсәк.

"Хәйбулла йәйләүе" ихатаһында аҡ ризыҡтарын әҙерләү һәм һаҡлау процесы күрһәтеләсәк.

Фестивалдең иң сағыу мәле — иң ҙур ҡорот әҙерләү буйынса Рәсәй рекордын ҡуйыу. «Башинформ» агентлығына район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова хәбәр итеүенсә, рекордты теркәү өсөн Рәсәйҙең Рекордтар китабынан эксперт киләсәк.

Байрамға бик күп ҡунаҡтар саҡырылған, улар араһында "Рәсәйҙең иң көслө кешеһе" исеменә лайыҡ булған Эльбрус Ниғмәтуллин да бар. Байрамдың төп геройы — ҡунаҡтарҙы ошо ваҡиғалар менән таныштырыусы «Ҡоротбикә».

— Хәйбулла ере ҡорот әҙерләү буйынса оҫталары менән дан тота. Уңған хужабикәләр әҙерләгән һөт ризыҡтары, ҡорот һәм эремсек төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша һәм райондың брендына әйләнә. Әбеш ауыл биләмәһенең Һаҡмар-Назарғол ауылы бер нисә төр һөт продукцияһы әҙерләй, ул иң ҡиммәтле һәм файҙалы тип һанала. Уны әҙерләү серҙәрен аңларға теләүселәрҙе һәм ҡорот яратыусыларҙы үҙебеҙҙә көтәбеҙ. Ҡорот фестиваленә рәхим итегеҙ, — тиҙәр сараны ойоштороусылар.

Иң тәмле һәм шифалы, сейәле һәм муйыллы, әсе һәм сөсө ҡорот тәмлегең килһә, Хәйбулла районы һабантуйына рәхим итегеҙ!

Автор фотолары.

Рәсәй рекорды ҡуйылыуы ихтимал
Рәсәй рекорды ҡуйылыуы ихтимал
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: