Башҡорт донъяһы
9 Июнь 2023, 08:00

Йырлай-йырлай мейес сығара

Хәйбулланың "йәнле оркестр"ы ни өсөн балсыҡҡа болғана?

Йырлай-йырлай мейес сығараЙырлай-йырлай мейес сығара
Йырлай-йырлай мейес сығара

Хәйбулла районында иртәгә һабантуй үтәсәк һәм бында республикала тәүге тапҡыр "Ҡорот байрамы" фестивале ойошторола. Хатта иң ҙур йомарлам ҡоротто хәйбуллалар Рәсәйҙең "Рекордтар китабы"на индерергә уйлай. Шуға күрә бөгөн Аҡъярҙың "Уңыш" стадионында эштәр гөрләй. Ана, хатта ҡумыҙсы, гармунсы, йыраусы, йырсы һәм бер һүҙ менән әйткәндә, "йәнле оркестр" Гөлфиә Хәләфетдинова ла йырлай-йырлай ҡорот ҡайнатыу өсөн мейес сығара. Зәкиә Ҡадаева менән берлектә сығарған мейесе шәп килеп сыға бит?!

Бына шулай, йырсылар сәхнәлә йырлап ҡына йөрөмәй, емертеп эшләй ҙә белә!

Фото һәм видео: Гөлфиә Хәләфетдинова.

Йырлай-йырлай мейес сығара
Йырлай-йырлай мейес сығара
Йырлай-йырлай мейес сығара
Автор:Карима Усманова
Читайте нас