

Халыҡта “май миндеге - иң шифалыһы” тигән инаныу йәшәй. Уны иҫкесә июнь башланғансы әҙерләргә кәрәк. Ошоно хәтерҙә тотоп Бөрйән районының Кейекбай һәм Мәндәғол ҡатын-ҡыҙҙары миндек бәйләү байрамына сыҡҡан.
Йәй көнө, һис шикһеҙ, яңы бәйләнгән миндек менән сабыныу файҙалы, уларҙа витаминдар, файҙалы матдәләр, фитонцидтар күп була. Берәүҙәре тынысландыра, ярһыуҙы баҫа, йоҡоно яйға һала, икенселәре, киреһенсә, тәнде "уятып" ебәрә, көс-дәрт өҫтәй.
Бөрйән ҡатын - ҡыҙҙары ҡышҡылыҡҡа миндек әҙерләгән. Ә һеҙ миндек эшләнегеҙме әле?
Фото: "Таң" гәзите