

Ишембайҙан Гөлсирә Дәүләтова сәхифәһендә үҙе һуҡҡан балаҫының фотоһүрәтен ҡуйған. "Йырлап, бейеп, баҡса эшенән арып, ҡояш эҫеһенән ҡасып ял иткән осорҙа һуҡҡан балаҫым", - тигән ул.
Оҫта ҡуллы ханымдың эшен күптәр һоҡланыуын белдергән. Флүрә Ноғоманова иһә: "Һеҙҙең эшегеҙҙе дауам итеүсе яҡындарығыҙ бармы?" - тип һораған.
"Ике ҡыҙым, ейәнсәрҙәрем бар. Дауам итеүсе булыр тип уйлайым. Әле улар эшләп йөрөй. Башҡа төр ҡул эштәре менән шөғөлләнәләр. Мин үҙем дә хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына тотондом был шөғөлгә", - тигән Гөлсирә Дәүләтова.
Фото: https://vk.com/id684528898