Башҡорт донъяһы
17 Июнь 2023, 18:00

"Серле яулыҡ" шәп үтте!

Махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ярҙам ебәреүҙә лә уларҙың өлөшө ҙур.

"Серле яулыҡ" шәп үтте!"Серле яулыҡ" шәп үтте!
"Серле яулыҡ" шәп үтте!

Мәсетле районының ун туғыҙ ауылында “Ағинәйҙәр” ойошмаһы уңышлы эшләп килә. Уларҙың төп бурысы: йәш быуынды тәрбиәләүгә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү, уларға тарихыбыҙ, туған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, рухыбыҙ, асылыбыҙ тураһындағы хәҡиҡәтте түкмәй-сәсмәй тапшырыу.

Әбдрәхим ауылында “Серле яулыҡ” исемле мәртәбәле сара үтте. Унда республика “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист, яҙыусы Гөлфиә Янбаева, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов, район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Анфиса Ишмөхәмәтова, район “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, район музейе етәксеһе Нәзирә Әхкәмова, Йонос ауыл биләмәһе башлығы Рәүеф Ниғмәтуллин һәм ғүмер буйы халҡына, милләтенә хеҙмәт итеп, тынғыһыҙ хеҙмәтенән ләззәт һәм ҡыуаныс, йәм табып йәшәүсе, төрлө өлкәлә эшләп, тыуған еребеҙҙең данын арттырыуға күп көс һалған Балаҡатай, Дыуан һәм Мәсетле райондарынан иң шәп ағинәйҙәр килде.

Сараны тырышып, бар күңелен биреп, ауылым, халҡым, тыуған ерем тип янып йәшәүсе Әбдрәхим ауылы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Сажиҙә Әғзәм ҡыҙы Фәйзрахманова ойошторҙо. Әйткәндәй, бөгөнгө байрам ойошманың ун йыллығына бағышлана. Тәүгеләрҙән булып улар экологик акциялар ойошторҙо, милли кейемде тергеҙеү буйынса оло эштәр алып барҙы. Махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ярҙам ебәреүҙә лә уларҙың өлөшө ҙур.

Анфиса Ишмөхәмәтова яҙмаһы һәм фотолары

"Серле яулыҡ" шәп үтте!
"Серле яулыҡ" шәп үтте!
"Серле яулыҡ" шәп үтте!
"Серле яулыҡ" шәп үтте!
"Серле яулыҡ" шәп үтте!
"Серле яулыҡ" шәп үтте!
"Серле яулыҡ" шәп үтте!
"Серле яулыҡ" шәп үтте!
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас