Башҡорт донъяһы
19 Июнь 2023, 02:00

Белорет районы башлығы бауырһаҡ бешерә белә!

Андрей Иванютаға милли ризыҡ әҙерләү серен кем өйрәткән? 

Белорет районы башлығы бауырһаҡ бешерә белә!Белорет районы башлығы бауырһаҡ бешерә белә!
Белорет районы башлығы бауырһаҡ бешерә белә!

Белорет районының Туҡан ауылы үҙенең 135 йыллыҡ юбилейын билдәләгән. Туҡандар байрамға бик матур әҙерләнгән, төрлө тарафта йәшәгән ауылдаштары ла ситтә ҡалмаған. Һис тә аптырап ҡалмаған туҡандар, хатта район башлығы Андрей Иванютаға "үҙең әҙерләп ашаһың, тәмле була" тип, бауырһаҡ эшләргә лә өйрәткәндәр. Был хаҡта ул үҙенең социаль селтәрҙәге яҙмаһында уртаҡлашты һәм видеояҙмаһын тәҡдим итте.

"Туҡандың 135 йыллығын байрам иткәндә ауыл халҡы мине  милли ризыҡ - бауырһаҡ бешерергә өйрәтте. Ул ҡыҙҙырылған, ләкин ҡайнамаған майҙа бешерелә. Өҫтөнә баллы сироп ҡойола. Тырыштым, хужабикәләргә оҫталыҡ дәресе өсөн рәхмәт!" - тигән ул.

Фото һәм видео: Андрей Иванюта

Автор:Карима Усманова
Читайте нас