

Йылайыр районының Һабыр ауылында йәшәүсе Мөхәмәтйән Әхмәтйән улы һәм Көнһылыу Янсаф ҡыҙы Булатовтар быйыл бриллиант туйҙарын билдәләй. Ғаиләнең бергә йәшәүенең 60 йыллыҡ юбилейы менән Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов һәм Һабыр ауыл биләмәһе башлығы Илшат Солтанов ҡотланы.
Юбилярҙарҙың ғорурланырлыҡ ғаиләһе бар. Улар дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Туғыҙ ейән-ейәнсәре һәм алты бүлә-бүләсәре бар.
Алтмыш йыл – ярты быуаттан ашыу. Һүрелмәҫ мөхәббәт өлгөһө булған ғаиләне ҡотлайбыҙ!
Сығанаҡ: vk.com/borismelkoedov