

Бөгөн Бөрйән районының “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексында “Башҡортостан топонимдарын һаҡлауҙа һәм өйрәнеүҙә тыуған яҡты өйрәнеү берләшмәләренең роле” тип исемләнгән семинар үтте. Был сара Башҡортостандың “Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән берлектә ойошторолдо.
Республикала тыуған яҡты өйрәнеү эшмәкәрлеге рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙың һәм нығытыуҙың ышаныслы нигеҙе булып тора. Шәжәрәләр төҙөү, кесе Ватаныбыҙ халыҡтары фольклорын, географияһын, топонимикаһын тикшереү, яҡташлыҡты күтәреү был йүнәлештә алып барылған төп эштәр рәтендә. Әлеге семинарҙа “Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең” мәғрифәтселек эшмәкәрлеге тураһында ла һөйләнелде.
Әйтергә кәрәк, географик атамаларҙың килеп сығышын өйрәнеү патриотик тәрбиә биреүҙә, быуындарҙың тарихи бәйләнешен һаҡлауҙа ҙур роль уйнай. Урындарҙа топонимдарға иғтибарҙы арттырыу йәштәрҙе тыуған яҡты өйрәнеү хәрәкәтенә йәлеп итеүҙең бер ысулы ла.
Бөгөнгө конференцияла ҡатнашыусылар араһында филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы” комиссияның терминология хеҙмәте етәксеһе Миңһылыу Усманова ла булды. Ул да был сараны көтөп алыуы тураһында белдерҙе:
- Бөгөн Бөрйән районында ҙур семинар ойошторолдо, бындай йыйылыш күптән кәрәк ине. 73 йәштә булһам да был конференцияға дәртләнеп әҙерләндем. Кеше байтаҡ йыйылған, төрлө райондарҙан килгәндәр. Ер-һыу атамаларын йыйыу, өйрәнеү тураһында һөйләшеү барҙы. Әлбиттә, был теманы күтәреү кәрәк. Сөнки 1950-1960 йылдарҙа ер-һыу атамаларын өйрәнеү, диссертациялар яҙыу булһа, һуңынан ул һүрелеп ҡалды. Минеңсә, ҙур эш башланырға тора. Бының халҡыбыҙ өсөн мөһимлеген барыбыҙ ҙа аңлай. Сөнки топонимдарҙа халыҡтың бар тормошо, үткәне, әлегеһе сағыла. Башҡорт халҡын, уның тормошон, күренекле кешеләрен күрһәткән атамалар биреү бик мөһим. Үҙемә килгәндә, ер-һыу атамаларына электән ҡыҙыҡһыныуым көслө. Был темаға ҡағылышлы студенттарымдың хеҙмәттәрен береһен дә ташламай һаҡлап барҙым. Элегерәк диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле мәктәп уҡыусыларының республика фәнни-ғәмәли конференцияға ебәргән эштәрен туплап, баҫмаға әҙерләп, йыйынтыҡ итеп сығарҙым. “Тыуған яҡ. Топонимдар һәм һөйләү теле” тип аталған дүрт йыйынтыҡта бай мәғлүмәт һаҡлана, - тип һөйләне профессор.
Топонимдар өйрәнеүҙең әһәмиәте тураһында география фәндәре кандидаты Инбер Япаровтың да фекере менән ҡыҙыҡһындыҡ.
– Ер-һыу атамалары – ул тарих. Уларҙы белмәй тороп, үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙҙы ла белмәйәсәкбеҙ. Географик атамаларҙа ниндәйҙер ваҡиғалар ҙа сағыла. Шуға ла уларҙы белеү әһәмиәтле. Бындай семинарҙы киләсәктә республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә уҙғарырға кәрәк. Был сара күләмле топонимик һүҙлек сығарыуға этәргес бирһен ине, - тигән теләктәрен дә белдерҙе Инбер Мөхәмәт улы.
Семинар сиктәрендә райондарҙа ер-һыу атамаларын йыйыу һәм өйрәнеү буйынса системалы эш ойоштороу, улар менән бәйле легендаларҙы һәм объекттарҙы һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн тәжрибә менән уртаҡлашыу майҙаны ла булды бөгөнгө семинар.
Семинарҙың Бөрйән районында уҙғарылыуы ла осраҡлы түгел. Сөнки Бөрйән иле – ул легендалар, хикәйәттәр иле. Шул уҡ ваҡытта ғәҙәти булмаған, хозур тәбиғәте менән дә һоҡланғыс төбәк ул. Солоҡсолоҡ, Бөрйән ҡортоноң даны ла тирә-яҡҡа таралған. Райондың тарихын һаҡлау маҡсатында былтыр Бөрйән районының энциклопедияһы сығарылған.
Фото: БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының матбуғат хеҙмәтенән.