

Бөтә Рәсәй йәштәр көнө уңайынан “Башҡортостан” гәзите төркөмөндә иғлан ителгән конкурс тамам. Республиканың уңған, тырыш, маҡсатлы, белемле йәштәрҙән бер төркөм 12 көн буйына “Йәштәр – беҙҙең киләсәк” исеме өсөн көрәште.
Бәйге һөҙөмтәләре түбәндәгесә:(ошо һылтанма аша танышырға мөмкин: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll649051388b89..)
1-се урын – Ғәниева Карина, Ҡырмыҫҡалы районы
2-се урын – Фәттәхов Рәзил, Йәрмәкәй районы
3-сө урын – Мырҙабаев Динир, Әбйәлил районы
Төркөмдә күп тауыш йыйып, тәүге урындарҙы яулаған йәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ! Афарин!
Республикабыҙҙың барлыҡ егет-ҡыҙҙарын Йәштәр көнө менән тәбрикләйбеҙ! Сәләмәт тормош алып барып, ҡуйған маҡсаттарығыҙға табан ҡыйыу атлауығыҙҙы, тормошта үҙ урынығыҙҙы табып, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булыуығыҙҙы теләйбеҙ!