

“Бәйләнештә” социаль төркөмөндә Рәмил Туҡаевтың яҙмаһы иғтибарҙы йәлеп итте. Ул үҙенең сәхифәһендә Белорет районының Үҙәнбаш ауылында йәшәгән оҫта Рафаил Ғаззаловтың ҡул эштәре тураһында яҙған.
– Өфөнән юлда, трассала, Белорет районының Үҙәнбаш ауылында ғәжәп кеше – Рафаил Рауил улы Ғаззалов менән таныштым. Уны үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр күрәм, быға тиклем уның тураһында ишеткәнем дә булманы. Шул уҡ ваҡытта, уның тураһында бер нисә һүҙ әйтеп китергә кәрәк тип таптым, сөнки шундай һәләтле һәм мауығып киткән кешеләр менән аралашҡан саҡта күп нәмәләр беҙҙең иғьтибарҙан ситтә ҡалғанын тояһың, был кешеләр-беҙҙең ерҙең йәме.
Рафаил Рауил улы рәссам, металл тылсымсыһы, икенсе төрлө итеп уның эшен атап та булмай. Оҫтаның эштәре араһында ултырғыстар, өҫтәлдәр, трюмо, эскәмйәләр һәм тимер таяуға беркетелгән урам фонарҙары, ябай аҫылмалы фонарҙар, мейестәр һәм пикник өсөн кәрәк-яраҡ һәм башҡалар бар.
Шуныһы ҡыҙыҡлы, Рафаил Рауил улы, һәр эшен сәнғәт әҫәре тип ҡабул итә, был дөрөҫ. Мәҫәлән, уның металдан эшләнгән виноградлы ҡоймаһыннда һәр емеш ағасы үҙенең ҙурлығы, формаһы менән айырылып тора. Һеҙ, моғайын, һәр кешегә бындай деталдәр мөһим түгел, тип уйлайһығыҙҙыр, әммә шуныһы мөһим – Рафаил Рауил улы үҙе уларға һүҙҙә әйтеп бөтөргөһөҙ ихтирам һәм йылылыҡ менән ҡарай. Һәм шулай уҡ оҫтваның ҡулдары ҡағылған һәр әйбер ошондай итеп ҡабул ителә.
Уның һүҙҙәренсә, әсәһе яғынан ул металл һәм унан төрлө әйберҙәр эшләү буйынса алтынсы быуын вәкиле булып тора. Сүкеш һуғыусы булып башлай, һуңынан яйлап ҡына тимерсегә тиклем үҫә. Остаздарын яҡшы хәтерләй һәм яҡты һүҙҙәр менән иҫкә ала. Ғаиләлә ҡатыны менән ике иҫ киткес ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Рафаил Рауил улы минең өсөн ысын, һис бер арттырыуһыҙ, тылсым оҫтаһы булып тора! – тип яҙған Рәмил Таҡаев.
Фото: vk.com