

Учалының уңған уҙаманы Булат Пирғәлин сираттағы дәртле видеояҙма менән шатландырған.
“Аҡ ҡалпактар" менән ял көнөндә бер күңелле йыр йырлап, мини-гастролгә сығып керҙе. Ҡайтҡас, шуның яҙмаһын “тапап- төйгөсләп” өс минутҡа һыйҙырып, ролик та эшләп ҡуйҙыҡ. Һеҙ ҙә беҙҙең менән күңел асып, Уй буйҙарынан йөрөп ҡайтығыҙ әле",- тип яҙа ул шәхси сәхифәһендә.
Унан былай тип өҫтәгән (орфографияһы һаҡланды):
“Роликта ҡатнаштылар: ҡурайсы, оҫта водитель Әмир;
гармунсы, примерный родитель Ренат; еләк сүпләүсе, йырларға любитель Нәүфил; думбырасы, рукой махатель брат Булат; ҡурайсы, кочегар - кипятитель Илнур һәм камераға смотритель дуҫ Илдус.
Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ, именлек һәм күтәренке кәйеф теләйбеҙ!” - тип күңелдәрҙе күтәрә Булат Пирғәлин.
Фото һәм видео: Булат Пирғәлин.