Башҡорт донъяһы
22 Июль 2023, 13:00

Гөлмәрфуға ҡыҙыл эремсек әҙерләгән

Был мейес һеҙгә таныштыр инде. Ул ҡайнатма ла әҙерләй, эремсек тә эшләй... Ә ҡайһы ерҙә һуң ул?..

Гөлмәрфуға ҡыҙыл эремсек әҙерләгәнГөлмәрфуға ҡыҙыл эремсек әҙерләгән
Гөлмәрфуға ҡыҙыл эремсек әҙерләгән

“Тамаша” журналы хеҙмәткәре Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова төрлө эшкә маһир. Ул журнал да сығара, уҡыта ла, һәүәҫкәрҙәр ансамбле составында сәхнәлә лә сығыш яһай, кейемгә матур итеп милли биҙәктәр ҙә һала. Бынан тыш, ауылда уның "Гөлмәрфуға" тигән мейесе лә бар. Йәйгеһен ялдарға ҡайтҡанда ул шуның тирәһендә бөтөрөлә.

Хәйбулла районының Әбеш ауылындағы был матур мейесте уның ире Әнәс ағай эшләгән. Ә Миләүшә апай уны буяп биҙәп ҡуйған. Башҡорт ҡыҙын хәтерләткән мейескә "Гөлмәрфуға" тип исем дә биргән.

Әле Миләүшә апай май айынан бирле аласығында ҡыҙыл эремсек эшләү менән булыша. Бына тағы бер партия әҙерләгән. Миңә лә алып килергә вәғәҙә бирҙе ул.

Түҙемһеҙләнеп көтәм. Ҡыҙыл эремсектән дә тәмле ризыҡ юҡ бит ул!

Ә уның рецебын бер тапҡыр биргәйнек инде. Кәрәк булһа, яҙып алығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-06-02/g-lm-rf-n-n-y-yl-eremsek-3285516

Фото: https://vk.com/milyakidrasova7

Гөлмәрфуға ҡыҙыл эремсек әҙерләгән
Гөлмәрфуға ҡыҙыл эремсек әҙерләгән
Гөлмәрфуға ҡыҙыл эремсек әҙерләгән
Гөлмәрфуға ҡыҙыл эремсек әҙерләгән
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас