

Элек-электән башҡорт халҡы им-том итеү, арбау, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, төш юрау кеүек инандырыуға ҡоролған дауа төрҙәрен үҙаллы йәки халыҡ медицинаһының башҡа ысул-саралары менән бергә яраштырып ҡулланған. Дауалау магияһының үҙ белгестәре, шуның менән генә шөғөлләнгән табиптары булған, уларҙы арбаусылар, ноҡотсолар, ҡот ҡойоусылар, имсе-бағымсылар, быуын ултыртыусылар, бабалар (сөннәтләүселәр), кендек әбейҙәре тип йөрөткәндәр. Башҡорт халҡының ырымдар, имдәр ярҙамында дауалауы тураһында тәүге мәғлүмәтте 1773 йылда П.С. Паллас яҙып ҡалдырған.
Халыҡ күңелен дауалаусылар һәм кендек инәйҙәре төрлө йүнәлештә эш итеүҙәренә ҡарамаҫтан, барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеге өсөн башҡарылған. Бөгөн медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар.
Баймаҡ районының Сосновка ауылында йәшәгән Баҙыян Рәхмәтуллинаның да ҡулдарының име бар. Ул ҡот ҡоя, имләй, мейе ултырта.
– Кешегә ҡот ҡойһаң, уның йөҙө нурланып, хәле еңеләйеп китә, – ти Баҙыян апай. – Уны төрлө ерҙә төрлөсә ҡоялар. Теләге булған һәр кем бындай имләүҙе башҡара ала, тик ул биш намаҙын ҡалдырмаҫҡа, саф, иманлы булырға тейеш, юғиһә ауырыуҙың бөтә гонаһтары үҙенә күсә.
Ҡот ҡойоу өсөн ауырыуҙы, башына яулыҡ ябындырып, ҡиблаға ҡаратып ултыртаһың. Бисмилләһир-рәхмәнир-рахим, тип сирленең башынан тотоп, “Фатиха”, “Кәүсәр”, “Ҡонот”, “Салауат” сүрә-доғаларын уҡыйһың. Бәләкәй һауытҡа ҡурғаш киҫәген һалаһың, өҫтөнә аҙ ғына май тамыҙып, утҡа иретергә ҡуяһың. Артабан төрлө һамаҡ әйтеп, ирегән ҡурғашты ҡурҡҡан кешенең баш өҫтөндә тотоп, һалҡын һыулы сеүәтәгә ҡояһың. Ҡурғаш һыуға шыжлап төшә, кеше нимәнән ҡурҡҡан, шуның һыны ята. Ҡотто йөрәк рәүеше төшкәнсе, өс тапҡыр һалалар. Сир аҙған осраҡта күберәк тә һалаһың. Ҡурғаш йөрәк һыны булып төшкәс, уны алып, ҡот ҡойҙороусының ауыҙына ҡаптыралар, сеүәтәләге һыуҙы ике-өс ҡалаҡ эсерәләр ҙә артабан уның күҙ-башын йыуалар, йөрәк тапҡырына һөртәләр. Төшкән ҡотто, йәғни ҡурғашты, ауырыуҙың үҙенә бирәләр.
Әйткәндәй, Баҙыян Рәхмәтуллина менән мин Әбйәлил районында үткән "Ер ҡото" этномәҙәни фестивалдә таныштым һәм уның рөхсәте менән ҡот ҡойоу барышын видеояҙмаға төшөрҙөм.
Автор фотоһы һәм видеояҙмаһы.