Башҡорт донъяһы
1 Август 2023, 17:00

Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә

Ул бейеү ансамблен кейендергән.

Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигәКис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә
Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә

“Башҡортостандың сигелгән картаһы” проектының Йылайыр районы картаһын сигеүсе ҡул оҫтаһы Рәйсә Янбаева үҙенең белеме менән уртаҡлашҡан. Бөгөн Йылайыр ауылында "Сигеүҙәрҙә күҙ нуры" тип аталған оҫталыҡ дәресе уҙғарылған.

Йылайыр мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән "Тәңкәбикә" фольклор халыҡ ансамбле бүлмәһендә Рәйсә Янбаева ҡушаҡ, таҫтар, билбау эшләү серҙәренә өйрәткән.

Оҫталыҡ дәресенә Йылайыр, Яманһаҙ ,Ҡашҡар һәм Юлдыбай ауылдарынан ғына түгел, Баймаҡ, Хәйбулла, Ейәнсура райондарынан да килгәндәр.

Оҫталыҡ дәресенең ойоштороусыһы Йылайыр районының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Миләүшә Моратова әйтеүенсә, Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы Янбаева бала сағынан уҡ ҡул эшенә маһир була. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ: сәйлән теҙә, кейемдәр тегә, балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу, ырғаҡ менән бәйләү һәм башҡа һанап бөткөһөҙ эштәрҙе белә. Унан бик күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин.

Ул Йылайыр районының “Ынйылар” бейеү ансамбленең 23 ағзаһын кейендергән, унда үҙе лә бейене. Коллективта ҡатнашыусылар урындағы оҫтабикә эшләгән күлдәктәр, ҡашмау, күкрәксә, ҡушъяулыҡ, елән, һарауыс, сәсмәүер кейә. “Ынйылар” 2020 йылда “Байыҡ” популяр телевизион конкурсында сығыш яһап, Гран-при яулауға өлгәшә. Был еңеүҙә Рәйсә апайҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Фото һәм видео: rcntrb, vk.com/id182226268

Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә
Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас