

Баймаҡ районынан йылҡысы Руслан Мөжәүиров та "Башҡорт аты" фестиваленә атын әҙерләй. Ул аттар парадында ҡатнашырға уйлай.
- Минең атым Алмазға һигеҙ йәш. Был аттар менән эшләүгә иң ҡулай йәш. Был ваҡытҡа ат тыныс, сабыр булып китә, етерлек тәжрибә туплай. Шул уҡ ваҡытта атты күп яңылыҡтарға ла өйрәтеп була, - ти Руслан Мөжәүиров.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 12 августа, "Башҡорт аты" фестивале барышында, аттар парады үтәсәк. Унда бер нисә йөҙ һыбайлының ҡатнашыуы көтөлә. Саранан һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ!
Фото: Гүзәл Иҫәнгилдина