Башҡорт донъяһы
11 Август 2023, 15:30

“Башҡорт аты”нда - Вилнур менән Руся

Вилнурға Русяны һатырға тәҡдим итеүселәр ҙә булған. Уның өсөн 500 мең һум бирергә уйлағандар, әммә  хужа был тәҡдимде ҡәтғи рәүештә кире ҡаҡҡан. «Дуҫтар һатылмай», - ти Вилнур.

“Башҡорт аты”нда - Вилнур менән Руся“Башҡорт аты”нда - Вилнур менән Руся
“Башҡорт аты”нда - Вилнур менән Руся

Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылынан  Вилнур Ғәлимов үҙенең Руся исемле дуҫы менән  II «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә “Ылаҡ” милли уйынында ҡатнаша.

- Руся Рәсәй көнөндә тыуған, шуға күрә ошондай  исем йөрөтә. Уның төҫө алмасыбар. Мин бала саҡтан уҡ шундай ат тураһында хыяллана инем. Уны күргәс тә, хужаларына инеп, һатыуҙарын һораным. Тик улар риза булманы. Кәйефем төштө, әммә күңелем  ниндәйҙер өмөт менән тулы ине. Һәм шула булды ла: күпмелер ваҡыттан һуң миңә  һаттылар. Хәҙер Русяға 8 йәш. Ул көслө, сабыр, аҡыллы һәм бик тоғро. Беҙ бер-беребеҙҙе һүҙһеҙ аңлайбыҙ. Шуға күрә «Ылаҡ» уйынында берҙәм эшләйбеҙ, - ти Вилнур.

Әйткәндәй, былтыр үткән “Башҡорт аты”нда ситтән килгән  делегацияларҙың береһе Вилнурға Русяны үҙҙәренә һатырға тәҡдим иткән.  500 мең һумға өгөтләгәндәр, әммә  хужа был тәҡдимде ҡәтғи рәүештә кире ҡаҡҡан. «Дуҫтар һатылмай», - ти Вилнур.

Фото һәм текст сығанағы: Андрей Викторов

Автор:Карима Усманова
Читайте нас