

Башҡортостандың Баймаҡ районында “Башҡорт аты” башҡорт тоҡомло фестиваленең беренсе көнө үтте. Көнө буйы сара биләмәһендә ат-спорт ярыштары уҙғарылды. Фестивалдең беренсе көнөн йәштәр эстрадаһы йондоҙҙарының концерты тамамланы. Унда Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин, атҡаҙанған артистар Зилиә Бәхтиева, Заһир Иҫәнсурин, “Каруанһарай” төркөмө, “Башстайл”, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Иҙел Аралбаев сығыш яһаны.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ башҡорт тоҡомло “Башҡорт аты” фестивале Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән нығытылған һәм халыҡ-ара статусын алған. Ул йыл һайын Баймаҡ районындағы Граф күле янында уҙғарыласаҡ. Иртәгә, 12 августа, ҡунаҡтарҙы төрлө күргәҙмәләр, спорт ярыштары, аттар парады, башҡорт эстрадаһы һәм ҡунаҡтар ҡатнашлығындағы байрам концерты көтә.