Башҡорт донъяһы
11 Август 2023, 17:15

Салауат Юлаевтың эйәрен һәм ҡылысын күрергә теләһәң, Баймаҡҡа кил!

Экспонаттар «Башҡорт аты тарихы» күргәҙмәһе сиктәрендә тәҡдим ителә.  

Салауат Юлаевтың эйәрен һәм ҡылысын күрергә теләһәң, Баймаҡҡа кил!Салауат Юлаевтың эйәрен һәм ҡылысын күрергә теләһәң, Баймаҡҡа кил!
Салауат Юлаевтың эйәрен һәм ҡылысын күрергә теләһәң, Баймаҡҡа кил!

Башҡортостандың Милли музейы хеҙмәткәрҙәре «Башҡорт аты» халыҡ-ара  фестиваленә Салауат Юлаев эйәрен һәм ҡылысын килтергән. Был уникаль экспонаттар «Башҡорт аты тарихы» күргәҙмәһе сиктәрендә тәҡдим ителә.

Музейҙың экскурсия бүлеге мөдире Асия Зәкирйәнова белдереүенсә, эйәрҙе 1925 йылда Салауат районының Ҡалмаҡтар ауылы аҡһаҡалдары тапшырған.  Шулай уҡ 1986 йылға тиклем Латвияның Дәүләт тарих музейында һаҡланған милли геройыбыҙҙың ҡылысын да күрергә мөмкин.

Әйткәндәй, был ҡылыс 1910-1911 йылдарҙа Стәрлетамаҡ кантоны Табын улусы Ҡормантау ауылында (хәҙерге Ғафури районы) билдәле археолог һәм тарихи С.Р.Минцлов тарафынан табыла.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас