Башҡорт донъяһы
12 Август 2023, 15:20

150 баш бейә алырға уйлайбыҙ

“Евроцех” етәксеһе Орынбай Жолморат ҡатыны Жайнагөл менән ҡасандыр эште барлығы ете бейәнән башлап ебәрә. Йылдан-йыл уларҙың һаны артып,  бөгөн хужалыҡта мең баштан артып киткән.

150 баш бейә алырға уйлайбыҙ150 баш бейә алырға уйлайбыҙ
150 баш бейә алырға уйлайбыҙ

“Евроцех” етәксеһе Орынбай Жолморат ҡатыны Жайнагөл менән ҡасандыр эште барлығы ете бейәнән башлап ебәрә. Йылдан-йыл уларҙың һаны артып,  бөгөн хужалыҡта мең баштан артып киткән.

Жайнагөл малсылыҡ эшен яҡшы белә. Ҡымыҙ яһауға уның тәҡдиме менән тотоноп киткәндәр. Шифалы эсемлекте һорап уларға ҡаланан да килеп етәләр икән.

Бөгөн ғаилә фермаһы - Ҡаҙағстандың Аҡтүбә районында иң ҙурҙарҙың береһе.

“Йылҡы малы мең башҡа етте. Бөтә эш автоматлаштырылған. Заманса техника һатып алдыҡ. Йылҡысылыҡ менән бергә һыйыр малы һәм дөйәләрҙе лә аҫрап ҡарағы килә. Башҡортостанға бейә һатып алырға килдек. Хужалыҡҡа һауын 150 баш бейә алырға уйлайбыҙ. Башҡорт тоҡомлолар күп һөтлө иҫәпләнә. Ә беҙҙә, Ҡаҙағстанда, ҡымыҙға һорау һәр саҡ бар.

Текст һәм фото: Лилиә Нуретдинова.

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас