Башҡорт донъяһы
12 Август 2023, 13:10

Зәйнетдин - "Башҡорт ат"ында

Уның сығышы тамашасылар өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур бүләк булды.

Зәйнетдин - "Башҡорт ат"ындаЗәйнетдин - "Башҡорт ат"ында
Зәйнетдин - "Башҡорт ат"ында

Икенсе “Башҡорт аты” башҡорт тоҡомло фестивалендә ҡунаҡтарға күп төрлө мәҙәни программалар әҙерләнгән. Унда башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм Рәсәй төбәктәре, башҡа илдәр вәкилдәре лә ҡатнаша. Шуларҙың береһе – билдәле мультиинструменталист Зәйнетдин. Уның сығышы тамашасылар өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур бүләк булды.

- Мин “Башҡорт аты” фестивалендә икенсе йыл ҡатнашам. Был бик ҙур һәм әһәмиәтле сара, шуға ҡатнашыуыма бик шатмын. Фестивалдең Баймаҡ ерендә үтеүе һәм нәҡ ошонда республика Башлығы Радий Хәбировҡа тантаналы шарттарҙа патент тапшырылыуы ҙур әһәмиәткә эйә – был башҡорт тоҡомло аттарҙың уникаль булыуына ишара. Бындай фестивалдәр күберәк булһын, Башҡортостан үҫешһен һәм ул Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәлелек яулаһын.

Текст авторы һәм фото: Дмитрий Фадеев.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас