Башҡорт донъяһы
13 Август 2023, 14:20

Ҡаҙаҡтар - Башҡортостанда ҡунаҡта

Ҡаҙағстан Республикаһы Аҡтүбә өлкәһенең ат спорты төрҙәре буйынса өлкән тренеры Нурлан Додай “Башҡорт аты” фестиваленә 12 кешенән торған спортсылар делегацияһын алып килгән.

Ҡаҙаҡтар - Башҡортостанда ҡунаҡтаҠаҙаҡтар - Башҡортостанда ҡунаҡта
Ҡаҙаҡтар - Башҡортостанда ҡунаҡта

– Беҙҙең өсөн бындай ярыштарҙа ҡатнашыу мөһим. Уның сиктәрендә беҙ тәжрибә уртаҡлашабыҙ, хаталар өҫтөндә эшләйбеҙ. Былтыр фестивалдә беҙҙең команда "Ылаҡ" ярышында беренсе урын яулағайны. Спорттың был төрө Ҡаҙағстанда бик популяр, – тине Нурлан Додай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡаҙағстандың Кустанай өлкәһе командаһы ҡатнашыусылары “Ылаҡ” уйынында  еңеүсе тип табылды һәм “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале сиктәрендә бер миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.

 

Фото: vk.com

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас