

Яшар Гулузаде шәхси йылҡы заводы тота, “Ҡарабах тоҡомло аттарҙың нәҫел китабы” (2-се том) авторы. “Башҡорт аты” фестиваленә Европа ассоциацияһындағы Азербайжандың карабах аттары вәкиле сифатында ҡатнашҡан.
Карабах саптарҙары Азербайжандың ғорурлығы булып тора. Бөгөн беҙ башҡорт аттарының Башҡортостан Республикаһы ғорурлығы һәм байлығы булғанына шаһитбыҙ. Элек улар тураһында совет китаптарында ғына уҡыһам, бөгөнгө фестивалдә уларға тоҡом тураһында танытма тапшырылғанын күреп шатландым. Башҡорт аты фестивале халыҡ-ара аралашыу майҙансығы булды, кешеләр аралаша, тәжрибә уртаҡлаша, шулай илдәр араһында мөнәсәттәр нығый, ти ул.
Нурзиә Хәсәнова тексы һәм фотоһы.