Башҡорт донъяһы
13 Август 2023, 14:40

"Башҡортостан матур, кешеләре ҡунаҡсыл"

ти Үзбәкстандан килгән Мөминә Дибаева.

"Башҡортостан матур, кешеләре ҡунаҡсыл""Башҡортостан матур, кешеләре ҡунаҡсыл"
"Башҡортостан матур, кешеләре ҡунаҡсыл"

Халыҡ-ара “Башҡорт аты” фестиваленә атта уҡтан атыу буйынса ҡатнашыусы Мөминә Дибаева Үзбәкстандан килгән.Ҡыҙҙы бында бөтәһе лә оҡшатып өлгөрҙө.

Мөминә ҡаршылыҡтарҙы еңеү буйынса ат спортында 16 йәшенән шөғөлләнә. Хәҙер уға 27 йәш.

- Ярыштар өсөн әлеге аҡ атты Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында алдым, уға “Сильверстоун” тигән ҡушамат бирҙем. Ул яртылаш башҡорт тоҡомло тинеләр. Башҡорт аттары кәүҙәгә елле түгел, йөрәктәре генә ҙур, тип тәьҫораттары менән бүлеште Мөминә.

Атта ғорур ултырған нәзәкәтле үзбәк ҡыҙы фестивалдең тәүге көндәренән үк һоҡланыу тыуҙырҙы.Ҡайһы берҙәр уны “Урал батыр” ҡобайырындағы Һомай образы менән сағыштыра. Әйткәндәй, ҡыҙ ҡатын-ҡыҙҙар кейеме дизайнеры ла. Ул сараның һәр көнө өсөн матур кейемдәр алып килгән.

- Башҡортостан мине матур тәбиғәте һәм ҡунаҡсыл, изге күңелле кешеләре менән таң ҡалдырҙы, тип тә өҫтәне Мөминә Дибаева.

Текст авторы һәм фото: Нурзиә Хәсәнова.

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас