

“Оҫталар ҡалаһы” күргәҙмәһендә ҡатнашыусыларҙың береһе – Өфөнән халыҡ кейемен яңынан тергеҙеүсе Артур Батыршин. Ете йыл элек осраҡлы ҡыҙыҡһыныуҙан башланған хобби уның тормошоноң мөһим эшенә әйләнгән. Бөгөн Артурҙың йортонда башҡорт халыҡ кейеме тарихына арналған мини-музей бар. Фестивалдә ул бер нисә ай дауамында башҡарған эштәрен тәҡдим итте.
Артур Батыршин әйтеүенсә, ул кейемде боронғоса тегеү өсөн иҫке фотоһүрәттәрҙән һыҙмаларҙы өйрәнә һәм хатта костюмдағы ҡайһы бер деталдәрҙең тегелеү үҙенсәлектәрен иҫәпкә ала.
Фото: srgazeta.ru