Башҡорт донъяһы
17 Август 2023, 06:30

"Урал батыр"ға 4,5 мең юл һыйған

Йәш сәсәндәр конкурсында 19 муниципаль район һәм өс ҡала округынан, шулай уҡ Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 25 фольклор коллективы ҡатнаша.

"Урал батыр"ға 4,5 мең юл һыйған"Урал батыр"ға 4,5 мең юл һыйған
"Урал батыр"ға 4,5 мең юл һыйған

Башҡортостандың Бөрйән районында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр конкурсының һуңғы этабы бара. Ойоштороусылар әйтеүенсә, унда 19 муниципаль район һәм өс ҡала округынан, шулай уҡ Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 25 фольклор коллективы ҡатнаша.

Сараны рәсми асыу тантанаһынан һуң конкурсанттар жюри хөкөмөнә «Урал батыр» эпосы буйынса инсценировкалар тәҡдим итте. Жюри ағзалары алдында сығыш яһар алдынан, ҡатнашыусылар күп көс түккән эш башҡарҙы: ҡабатланмаҫ тарихи мөхиткә сумыу ғына түгел, репетициялар, декорациялар эшләргә лә кәрәк ине. Бынан тыш, актёрлыҡ оҫталығын һәм сәхнә мәҙәниәтен күрһәтергә кәрәк булды.

1910 йылда яҙылған «Урал батыр»ҙың башҡорт эпосының иң ҙур әҫәре булыуы бер кемгә лә сер түгел бит. Унда 4,5 меңдән ашыу юл тупланған. Регламенттың ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, йәш артистар конкурс бурыстарын яҡшы үтәне.

Дмитрий Фадеев.

Сығанаҡ: https://bv02.info/news/konkursy-stat'i/2023-08-16/na-mezhregionalnom-konkurse-yunyh-skaziteley-v-burzyanskom-rayone-ozhivili-istoriyu-3391140

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас