Башҡорт донъяһы
23 Август 2023, 17:35

Санкт-Петербургта «Евразия йөрәгендә» күргәҙмәһе асыла

Петербургта йәшәүселәрҙе бай программа көтә.

Санкт-Петербургта «Евразия йөрәгендә» күргәҙмәһе асылаСанкт-Петербургта «Евразия йөрәгендә» күргәҙмәһе асыла
Санкт-Петербургта «Евразия йөрәгендә» күргәҙмәһе асыла

Төньяҡ баш ҡала халҡы һәм ҡала ҡунаҡтары тәбиғәт мөхитен, хужалыҡ-көнкүреш ҡоролошон ғына түгел, башҡорт халҡының этник үҙенсәлектәрен, уның рухи мәҙәниәтен һәм ынаныуҙарын сағылдырған ҡиммәтле халыҡ ижады ҡомартҡыһын - милли кейемде күрә аласаҡ.

Петербургта йәшәүселәрҙең сигеү, биҙәкле туҡыу, келәм туҡыу, ағас һырлау, башҡорттарҙың музыка ҡоралдарын эшләү сәнғәте серҙәрен белеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.

Күргәҙмәнең икенсе бүлеге — "Башҡортостан Республикаһының Милли музейы хазиналары" - музейҙа һаҡланған башҡорт биҙәүестәренең иң һирәк өлгөләренең береһен тәҡдим итә. Бында башҡорт биҙәүестәренең күп төрлөлөгө һәм уларҙы яһағанда ҡулланылған төрлө ювелир техникалар күрһәтеләсәк.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/kultura/2023-08-23/v-sankt-peterburge-otkroetsya-vystavka-v-serdtse-evrazii-3401113

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас