

Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылының “Аманат” ағинәйҙәр клубы ағзалары тәүге тапҡыр "Беренсе көлтә" байрамын күрһәткән.
Элек ауылдарҙа ураҡҡа төшөүҙең, уңыштың мул булыуын теләүҙең үҙ тәртибе, үҙ йәме булған. Иген өлгөргәс уҙғарылған был байрам. “Беренсе көлтә” сараһында ағинәйҙәр туғыҙ көлтә бәйләгән. Был ҙур иген уңышына һәм бәрәкәтле тормошҡа ниәт билдәһе. Беренсе көлтә—беренсе уңыш байрамы. Байрам Татыр-Үҙәк ауылынан фермер Урал Зәкировтың баҫыуында ойошторолған.
Донъялар тыныс булһын, игендәр башаҡтарға тулышһын, уңыш мул булһын!
Фото һәм текст сығанағы: "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенән