Башҡорт донъяһы
27 Август 2023, 11:50

Төньяҡ баш ҡалала - модалы кейем күрһәтеү

Мода күрһәтеүҙә республиканың “Ағиҙел”, “Заспорт”, “Салауат”, “Альбина Жершицина”, “Коминтерн”, ”Sahara”,  “Helen Grey”, “Home”,  “AdelG” кеүек брендтары ҡатнашҡан.

Төньяҡ баш ҡалала - модалы кейем күрһәтеүТөньяҡ баш ҡалала - модалы кейем күрһәтеү
Төньяҡ баш ҡалала - модалы кейем күрһәтеү

25 -27 августа Төньяҡ баш ҡалала Башҡортостан көндәре сиктәрендә модалы кейем өлгөләре күрһәтеү ҙә булды. Унда Башҡортостандың еңел сәнәғәте предприятиелары теккән кейемдәрҙе күрергә мөмкин булды. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов ҡатнашты.

Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, концепция нигеҙенә Санкт-Петербургтың һәм Башҡортостандың тарихи-мәҙәни берлеге идеяһы һәм ике төбәктең дә рухи-мәҙәни ҡиммәттәренә ихтирам һалынған. Мода күрһәтеүҙә республиканың “Ағиҙел”, “Заспорт”, “Салауат”, “Альбина Жершицина”, “Коминтерн”, ”Sahara”,  “Helen Grey”, “Home”,  “AdelG” кеүек брендтары ҡатнашҡан.

Мода күрһәтеү республиканың милли колоритын сағылдырған видеотрансляция менән байытылған.

А .Данилов фотолары.

Төньяҡ баш ҡалала - модалы кейем күрһәтеү
Төньяҡ баш ҡалала - модалы кейем күрһәтеү
Төньяҡ баш ҡалала - модалы кейем күрһәтеү
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас