

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев үҙенең "Бәйләнештә" социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыҙыҡлы пост һалды.
"Хәйбуллалар, Аллаһ бирһә, быйыл да мул уңыш алырға иҫәп тота.
Бер туған ҡустым Хөсәйендең баҫыуҙарында.
Мин – комбайнер. Заманында
Урҙым, һуҡтым, елгәрҙем.
Һәр баҫыуын яҡшы беләм
Тыуып үҫкән ерҙәрҙең", - тиелә унда.
Бөгөнгө көнгә Башҡортостан игенселәре иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары менән майҙандарҙың өстән ике өлөшөн йыйып алған. Дөйөм алғанда, төбәк буйынса 2,2 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алынған, гектарынан уртаса уңыш 20 центнер тәшкил итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда республикала иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары менән майҙан 1,72 миллион гектарға етә. Бынан тыш, аграрийҙарға майлы культуралар менән 400 мең гектарҙан ашыу һәм шәкәр сөгөлдөрө менән 49 мең гектарҙан ашыу майҙанды йыйып алырға кәрәк.
Сығанаҡ: vk.com/utyashev59, bashinform.ru/news/economy/2023-08-25/urozhay-zerna-v-bashkirii-dostig-2-2-mln-tonn-3405731